Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Апрель 2022, 09:00

“Көтөлмәгән һөйөнөс кисерҙем...”

Эдуардҡа иҫтәлекле бүләктәр һәм хеҙмәтләндереүгә сертификат тапшырылды.

“Көтөлмәгән һөйөнөс  кисерҙем...”
“Көтөлмәгән һөйөнөс кисерҙем...”

“Өфө” халыҡ-ара аэропорты быйыл беренсе миллионынсы пассажирын хеҙмәтләндерҙе. Бәхет Utair авиакомпанияһы рейсы менән  Екатеринбургҡа осҡан Эдуард Пьянковҡа йылмайҙы.

Теркәлеү үткәндән һуң егетте күркәм ваҡиға менән аэропорт вәкилдәре ҡотланы, уға иҫтәлекле бүләктәр һәм “Ағиҙел” бизнес-залында хеҙмәтләндереүгә сертификат тапшырылды.

– Минең өсөн был ғәҙәти осош ине. Теркәү хеҙмәткәре мине миллионынсы пассажир итеп иғлан иткәс, ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Бындай  бәхетле хәлгә осрағаным юҡ. Аэропортҡа сюрприздары һәм бүләктәре өсөн рәхмәт! – тине Эдуард.

– Беҙҙең аэропорт йылдан-йыл пассажирҙар ташыу күләмен арттыра бара, – тип билдәләне предприятиеның коммерция директоры Денис Никитин. – Быйыл ҡатмарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, миллионынсы пассажирыбыҙҙы 2019, 2020 йылдарға ҡарағанда ике аҙнаға алданыраҡ хеҙмәтләндерҙек. Авиация транспортының өҫтөнлөклө транспорт булып ҡаласағына, осоштар географияһының киңәйәсәгенә, уға ихтыяждың артасағына ышанам.

2022 йылдың беренсе кварталында пассажирҙар ағымы 826 мең тәшкил иткән. Был 2021 йыл күрһәткесенән 13 процентҡа күберәк тигән һүҙ.

Фото: ”Өфө” халыҡ-ара аэропорты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: