Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Апрель 2022, 10:30

Конкуренцияға һәләтле булыу – тәүшарт

Ҡулланыусылар кооперацияһы предприятиеларының күпселеге ауылда урынлашҡан.

Конкуренцияға һәләтле булыу – тәүшарт
Конкуренцияға һәләтле булыу – тәүшарт

Башҡортостан юлдаш телеканалында ойошторолған санкциялар шарттарында Башҡортостанда иҡтисадтың ни рәүешле үҫеш кисереүе тураһындағы брифингта ҡулланыусылар кооперацияһы тураһында ла һөйләнеләр.

– Республикабыҙҙа ҡулланыусылар кооперацияһының төп эшмәкәрлек төрө тип сауҙа (күмәртәләп һәм берәмләп һатыу итеү), тауар етештереү, тауар эшкәртеү һәм йәмәғәт туҡланыуы һанала, – тине Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министры Алексей Гусев. – Ҡулланыусылар кооперацияһы предприятиеларының күпселеге ауылда урынлашҡан. Шул уҡ ваҡытта улар социаль әһәмиәткә эйә функцияны ла үтәй – халыҡты ҡыйбат булмаған сифатлы тауар менән тәьмин итәләр. Шундай ауылдар бар, уларҙа коммерция ритейлы йәһәтенән предприятиеларға эшләү файҙа килтермәй.

Алексей Гусев белдереүенсә, урындағы тауар етештереүселәр конкуренцияға һәләтле булһын, эшҡыуарлыҡты һөҙөмтәле алып барһын өсөн кооперация мөһим роль үтәй.

– Беҙҙәге Башпортребсоюз системаһы юғары һөҙөмтәле тауар оҙатыу сылбырын тәртипкә килтереүгә ҙур мөмкинлек бирә, – тине ул. – Тауар етештереүселәр, тауар эшкәртеүселәр, транспорт һәм комплектлау логистикаһы шуға асыҡ миҫал. Яңы эш алымы һәр йәһәттән дә отошло.

Фото:  commons.wikimedia.org

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: