Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Апрель , 11:30

Тәмле, телеңде йоторлоҡ!

“Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” билдәһе 20 меңдән ашыу төр аҙыҡ-түлеккә һуғылған.

Тәмле, телеңде йоторлоҡ!
Тәмле, телеңде йоторлоҡ!

Башҡортостан юлдаш телеканалында ойошторолған санкциялар шарттарында Башҡортостанда иҡтисадтың ни рәүешле үҫеш кисереүе тураһындағы брифингта Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министры Алексей Гусев Башҡортостан аҙыҡ-түлеге хаҡында бәйән итте.

– Әгәр ҙә 2013 йылда “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проектында 66 ҡатнашыусы булһа, әле унда 597 кеше иҫәпләнә, – тине Алексей Гусев. – “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” билдәһе 20 меңдән ашыу төр аҙыҡ-түлеккә һуғылған.

Алексей Гусев билдәләүенсә, бөгөн 105 дипломанттың продукцияһы илебеҙ төбәктәренең барыһында ла бар. 110 тауар етештереүсеһе үҙенең тауарын федераль сауҙа селтәренә илтә. Бынан тыш, 23 дипломанттың тауары экспортҡа сығарыла.

Шул иғтибарға лайыҡ, бүтәндәр менән сағыштырғанда беҙҙәге аҙыҡ-түлек һәр саҡ юғары сифаты менән айырылып тора, һатып алыусылар белдереүенсә, телеңде йоторлоҡ.

Фото: ru.dreamstime.com

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в