Иҡтисад
22 Апрель 2022, 12:45

Ял көндәре йәрминкәләргә килегеҙ!

Ә уларҙа продукцияһын һатырға теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Ял көндәре йәрминкәләргә килегеҙ!Ял көндәре йәрминкәләргә килегеҙ!
Ял көндәре йәрминкәләргә килегеҙ!

22, 23 һәм 24 апрель көндәре республикабыҙҙың 36 муниципалитетында ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә. Унда баҡсала үҫтерелгән аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин.

Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яҙғы йәрминкәләр Башҡортостанда 49 майҙанда уҙасаҡ.

Әгәр ҙә кем дә булһа ял көндәрендәге йәрминкәләрҙә сауҙа итергә теләк белдерһә, министрлыҡтың сайтына (https://trade.bashkortostan.ru/presscenter/news/438585/) инеп, яңылыҡтар менән таныша ала, аҙаҡтан телефон аша белгестәр менән бәйләнешкә инергә лә мөмкин.

Мәҫәлән, беҙ сайтҡа инеп түбәндәгеләрҙе белдек. Ейәнсура районынының Иҫәнғол ауылында Блюхер тыҡрығы, 7 һәм Сәнәғәт урамы, 4 адрестары буйынса яҙғы йәрминкә 22 апрелдә уҙғарыла. Райондың иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ бүлегенең баш белгесе Зөһрә Искәндәрова менән бәйләнешкә (8 34785 2-10-26) инергә була.

Ял көндәрендәге йәрминкәләрҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Фото: smartik.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас