Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Апрель 2022, 13:50

"Артабан да тыныс ҡына эшләйбеҙ"

Башҡортостан иҡтисады 143 ярҙам сараһы аласаҡ.

"Артабан да тыныс ҡына эшләйбеҙ"
"Артабан да тыныс ҡына эшләйбеҙ"

Был хаҡта республика Хөкүмәтенең 18 апрелдәге ултырышында әйтелде.  Тәүге пакет саралары 55 миллиард һум тәшкил итә. Уны төҙөлөш өлкәһе, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡтар аласаҡ. 

Иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров фекеренсә, илдең иҡтисады ярайһы тиҙ тотороҡлана. Беренсенән, Үҙәк банктың төп ставка кимәлен түбәнәйтеүе ошо хаҡта һөйләй. Был ипотека кредиты ставкаһын да кәметергә мөмкинлек бирә. Икенсенән, яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡ үҫмәне, был хаҡтарҙы артабан үҫтермәҫкә булышлыҡ итә. Һум да тотороҡланып, пандемияға ҡәҙәре булған кимәлгә ҡайтты. Көнбайыш илдәре өсөн был көтөлмәгән хәл булды. 

Башҡортостанда импортҡа алмаш эше лә әүҙем бара. Рәсәй иҡтисады санкцияларға ҡаршы торорға өйрәнде. Үҙәк банк валютаға ҡағылышлы сикләүҙәрҙе лә йомшарта. Мәҫәлән, 18 апрелдән 9 апрелдән алып кассаға килә башлаған ҡулаҡса валютаны һатып алырға рөхсәт ителә.  

Юғары иҡтисад мәктәбе профессоры Евгений Коган, Үҙәк банктың эше паниканы туҡтатырға, хәлде яйларға форсат бирҙе, тип иҫәпләй. Файҙалы саралар иҫәбенә ул ставканы төшөрөүҙе һәм валюта һатып алыуға комиссияны бөтөрөүҙе индерә. 

"Бер ай элек кенә әле банктағы иҫәптәрҙән ете триллион һум тирәһе аҡсаны сығарып алыҙарына шаһит булдыҡ. Марттың 20-ләренә ликвидлыҡ дефициты ике тапҡырға - 3,5 триллион һумға ҡәҙәр түбәнәйгән, йәғни юғары ставка аҡсаларын сығарып ала һалған кешеләргә уйланырға һәм аҡсаларын кире банкка илтеп һалырға дәртләндергән", – ти Е.Коган.

"Иҡтисадтағы бөтә эштәр ҙә рациональ, улар тотороҡлолоҡҡа алып килеүгә, ә коммерция эшмәкәрлегендә килем алыуға йүнәлтелгән", – ти Юғары иҡтисад мәктәбенең Донъя иҡтисады департаменты доценты Эдуард Джагитян. 

Федераль саралар, төбәктәрҙеке менән бер рәттән, иҡтисадтың бөтә өлкәләрен дә үҫтереүҙең дөрөҫ стратегияһын билдәләргә ярҙам итә. Был импортҡа алмашҡа ла ҡағыла. 

Фото: riafan.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: