Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Апрель , 23:00

"Нәнәй ҡыҫтыбыйы" бала саҡты иҫкә төшөрә...

Рәсәй Президенты Владимир Путин башҡорт милли кухняһы менән ҡыҙыҡһынғас, Марат Нәсхетдинов асҡан был ресторан бөтә илгә билдәле булғайны.

"Нәнәй ҡыҫтыбыйы" бала саҡты иҫкә төшөрә...
"Нәнәй ҡыҫтыбыйы" бала саҡты иҫкә төшөрә...

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Aybat hallyar" тиҙ туҡланыу милли ресторанында булып китте. Рәсәй Президенты В. Путин "Рәсәй – мөмкинлектәр иле" ойошмаһының Күҙәтеү советы ултырышында милли башҡорт кухняһы менән ҡыҙыҡһынғас, Марат Нәсхетдинов асҡан был ресторан бөтә илгә билдәле булғайны.


"Беҙҙең ризыҡтарҙы ҡыҫтыбый нигеҙендә әҙерләйбеҙ, уны өләсәйҙәребеҙ рецептындағыса бешерәбеҙ, эсенә төрлө эслек һалабыҙ. Башлыса урындағы аҙыҡ-түлекте тотонабыҙ, сөнки был төшөмлөрәк тә, иң мөһиме, тәмле лә", – тип һөйләгәйне эшҡыуар дәүләт Башлығына. Владимир Путин башҡорт эшҡыуарының башланғысын хупланы.


Кафела республика етәксеһе ризыҡтарҙы татып ҡараны.

– Миңә бик оҡшаны! Реклама өсөн әйтмәйем, ысынлап яҡшы, туҡлыҡлы ризыҡ. Президентыбыҙға беҙҙең эшҡыуарға булышлыҡ ҡылғаны өсөн рәхмәт, – тине ул.

Р. Хәбиров эшҡыуарҙан бизнес торошо, эштәр барышы менән ҡыҙыҡһынды, дәүләт ярҙамына мохтажлығын белеште. Өфө мэры үткәргән "Инвестсәғәт"кә лә саҡырҙы.

Был фастфуд кафеһынан алған тәьҫораттары менән республика Башлығы социаль селтәрҙә лә бүлеште.

"Алдан планлаштырғанса, бөгөн "Aibat hallyar"гә инеп сыҡтым. Марат Нәсхетдинов Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин менән аралашҡандан һуң беҙҙең милли фастфуд бөтә илгә билдәле булды. "Нәнәй ҡыҫтыбыйы"н алдым, сөнки бала саҡ тәмен татып ҡарағым килде. Нимә әйтер инем: әсәйем бутҡаны таралыңҡырап торған итеп бешерә ине, һәр бөртөгө һиҙелеп тора торғайны. Ә былай биr һәйбәт. Тамаҡ ялғарға, тип кенә ингәйнем, әммә тотош кәңәшмә үткәрергә тура килде. Үҙемә үҙем бер нисә йөкләмә яҙып ҡуйҙым. Мараттың проектын үҫтерербеҙ, арттырырбыҙ. Маратҡа ла, беҙҙең республиканы билдәлерәк итергә теләгән бөтә битараф булмаған эшҡыуарҙарға ла рәхмәт", – тип яҙҙы Р. Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

"Нәнәй ҡыҫтыбыйы" бала саҡты иҫкә төшөрә...
"Нәнәй ҡыҫтыбыйы" бала саҡты иҫкә төшөрә...
"Нәнәй ҡыҫтыбыйы" бала саҡты иҫкә төшөрә...
"Нәнәй ҡыҫтыбыйы" бала саҡты иҫкә төшөрә...
"Нәнәй ҡыҫтыбыйы" бала саҡты иҫкә төшөрә...
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас в