Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Апрель 2022, 09:00

Ишеттегеҙме? Ауыл ипотекаһы тергеҙелә!

 “Россельхозбанк” бүлексәләрендә заявкалар ҡабул ителә башланы. Льготалы ставка  –3%-ҡа, кредит суммаһы  25 йылға тиклем.

Ишеттегеҙме? Ауыл ипотекаһы тергеҙелә!
Ишеттегеҙме? Ауыл ипотекаһы тергеҙелә!

Башҡортостан банктары льготалы “Ауыл ипотекаһы”  программаһы буйынса ипотека кредиты алыуға граждандарҙан заявка ҡабул итә башланы.  Ул “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. 2020-2021 йылдарҙа льготалы ипотеканың был төрө буйынса республика лидерҙар рәтендә булды.

“Ауыл ипотекаһы республикала ҙур һорау менән файҙаланды. Программа старт алғандан һуң 2020 йылда банктар тарафынан  6,7 миллиард һумлыҡ 3,2 мең кредит бирелде. Меңәрләгән ауыл ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртты һәм шуныһы шатландыра –льготалы программа дауам итә”,– тине вице-премьер–ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

 Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Виктория Абрамченко хәбәр итеүенсә, ауыл ипотекаһы биреү буйынса эшләйәсәк банктарға процент ставкаһын ҡайтарыу өсөн өҫтәмә рәүештә 7 миллиард һум аҡса бүленәсәк.   Бөгөн “Россельхозбанк” бүлексәләрендә заявкалар ҡабул ителә башланы. Льготалы ставка  – 3%-ҡа, кредит суммаһы  25 йылға тиклем. Был аҡсаға граждандарҙың ауыл ерендә торлаҡ алыу йәки подряд килешеүе буйынса йорт төҙөү мөмкинлеге бар.

 

 
Фото:"Башинформ".

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: