Иҡтисад
24 Апреля 2022, 17:00

Мәүлиев техниканы һынап ҡараны

2022 йылда  коммуналь хужалыҡ  техникаһы алыуға республика бюджетынан 1,43 миллиард һум аҡса бүленде. Барлығы 200 берәмек техника алынасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәүлиев техниканы һынап ҡараныМәүлиев техниканы һынап ҡараны
Мәүлиев техниканы һынап ҡараны

–Коммуналь хужалыҡтар өсөн  техника алыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн “Урал” йөк машинаһы базаһындағы   биш  ВМКД-2015  техникаһы  муниципаль учреждениеларға ебәрелде. Оҙаҡламай тағы өс машина килтерелеүен көтәбеҙ.Техника  күп функциялы, йәйгеһен урам һәм тротуарҙарҙы йыуыу, ҡышҡыһын урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән, – тип һөйләй социаль селтәрҙә баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.

Кисә Өфө коммуналь хужалыҡтар хеҙмәткәрҙәре  белорустарҙың “Амкодор” машиналар төҙөү компанияһы етештергән  11   йөк тейәгес машинаһын алды.  Хаҡы – 74,7 миллион һум. Яңы техника асҡыстарын водителдәргә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. 2022 йылда  коммуналь техника алыуға республика бюджетынан 1,43 миллиард һум аҡса бүленде. Барлығы 200 берәмек техника алынасаҡ.

Фото: Өфө ҡала хакимиәте сайты.

 

Автор:Дина Арсланова