-18 °С
Болотло
Башҡа граждандар кеүек үк пенсионер ҙа, үҙмәшғүл булып, өҫтәмә килем алыу мөмкинлегенә эйә.
Бөтә индексацияларҙы иҫәпкә алып, уға пенсия түләүҙе дауам итәсәктәр һәм компенсацияларға, ташламаларға, социаль һәм төбәк өҫтәмәләренә булған хоҡуҡтары, мәҫәлән, юл хаҡын компенсациялау һәм бушлай дарыуҙар алыу хоҡуғы һаҡлана.
Әммә ҡайһы бер компенсациялар, шул иҫәптән коммуналь хеҙмәттәргә компенсация тәғәйенләгәндә, өҫтәмә килем иҫәпкә алына. Сөнки пенсия аҡсаһы менән килем юғарыраҡ була, шуға субсидия күләме кәмей.
Фото: businessman.ru