

Башҡортостанда сәсеү кампанияһы бара. Бөгөн баҫыу эштәренә 44 районда төшкәндәр, 15-ендә иртә иген культураларын сәсеү башланған - туғыҙ мең самаһы гектарҙа. Иген баҫыуҙарын былтырғы кимәлдә – 1,72 миллион гектарҙа сәсеү күҙаллана. Ҡаты сортлы бойҙай сәсеүлектәре 36 процентҡа арттырыла, техник культураларҙан көнбағыш (31 мең гектар) һәм шәкәр сөгөлдөрө (10 мең гектар) буйынса майҙандарҙың һиҙелерлек артыуы билдәләнә. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәһендә ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов һөйләне.
Уның билдәләүенсә, хужалыҡтарҙы орлоҡ менән тәьмин итеү арта. Мәҫәлән, яҙғы сәсеүгә иген, ҡуҙаҡлы иген һәм ярма культуралары буйынса ул 96 процентҡа еткән. Импортҡа бәйле культуралар орлоғо буйынса ла тәьмин ителеш артҡан. Шәкәр сөгөлдөрө буйынса тәьмин ителеш – 92 процент, кукуруз буйынса – 87 процент, көнбағыш һәм рапс буйынса 95 процент тәшкил итә. Хужалыҡтар картуф һәм соя орлоҡтары менән тулыһынса тәьмин ителгән. Минераль ашламалар туплау дауам итә, 22 апрелгә ҡарата улар пландың 87 проценты менән тупланған, был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы кимәлгә ҡарағанда 16 процентҡа күберәк.
Булған сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре яңы техниканы әүҙем һатып ала. Әле, ағымдағы йылдың өс айында, аграрийҙар 1,9 миллиард һумдан ашыуға 585 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалы һатып алған, был 2021 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 150 миллион һумға күберәк.
Әлеге ваҡытта аграрийҙар ауыл хужалығы эштәрен үткәреү өсөн 21 мең тоннанан ашыу яғыулыҡ туплаған, был талап ителгәндең 54 процентын тәшкил итә. Республика хужалыҡтарында тракторҙар, тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналарын әҙерләү тамамланған. Туғыҙ меңгә яҡын трактор техник тикшереү үткән, был теркәлгәндәрҙең 75 процентын тәшкил итә.
Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостанға яҙғы баҫыу эштәренә льготалы ҡыҫҡа ваҡытлы кредит биреү механизмын тормошҡа ашырыуға 328 миллион һум күләмендә өҫтәмә лимит бүлде. Ҡыҫҡа ваҡытҡа кредитлауға дөйөм лимит 1,088 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте, был 2021 йылдың ошо уҡ осоронан өс тапҡырға күберәк. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы дөйөм суммаһы 7,7 миллиард һумлыҡ льготалы ҡыҫҡа сроклы кредит алыуға 232 ғаризаны хупланы. Был - яҙғы баҫыу эштәренә дөйөм ихтыяждың 85 проценты.
Рәмил Нуриәхмәтов аграрийҙарға дәүләт ярҙамы тураһында ла һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, санкция баҫымы шарттарында көрсөккә ҡаршы саралар пакетын ҡабул итеү республикаға быйыл яҙғы баҫыу эштәренә ике кимәлдәге бюджеттарҙан 2,634 миллион һум йүнәлтергә мөмкинлек бирәсәк. Был былтырғы кимәлдән 500 миллион һумға күберәк. Республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә 1,5 миллиард һумдан ашыу аҡса еткерелгән, шуларҙың 58 проценты үҙләштерелгән.
Алда әйтеп үтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, республикала яҙғы баҫыу эштәре оптималь агротехник сроктарҙа үткәреләсәк, тип уйларға тулы нигеҙ бар, тип билдәләне министр урынбаҫары.
Фото: resbash.ru