Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Апрель 2022, 20:15

Андрей Тарасенко: “Иң яҡшы проекттарығыҙҙы ҡулланырға әҙербеҙ”

Республика йортонда төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса фекер алышыу үтте.

Андрей Тарасенко: “Иң яҡшы проекттарығыҙҙы ҡулланырға әҙербеҙ”
Андрей Тарасенко: “Иң яҡшы проекттарығыҙҙы ҡулланырға әҙербеҙ”

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Саха (Яҡут) Республикаһы Хөкүмәте рәйесе Андрей Тарасенко менән осрашты. Яҡтар иҡтисадта төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәре буйынса фекер алышты.

Радий Хәбиров Яҡутстан халҡын Рәсәй составында автономиялы республика ойошторолоуҙың 100 йыллығы менән ҡотланы. Был дата 2022 йылдың 29 апрелендә билдәләнә.

– Өс йыл элек Башҡорт автономиялы Совет Социалистик Республикаһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығын байрам иткәйнек. Башҡортостан Рәсәй тарихында ошондай статус алған беренсе төбәк булды, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн беҙ иҡтисадта лидерлыҡ сифаттарын үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Башҡортостан үҙенең нефть химияһы менән әүәл-әүәлдән дан тота. Хәҙер иһә яңы тармаҡтарҙы үҫтереүгә баҫым яһайбыҙ – Рәсәйҙә тәүге мебель кластерын астыҡ, заманса технопарктар төҙөйбөҙ, биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһен ойошторҙоҡ, “Алға” махсус иҡтисади зонаһын яңы резиденттар менән әүҙем тулыландырабыҙ.

Осрашыуҙа шулай уҡ малсылыҡ һәм үҫемлекселекте үҫтереү мөмкинлектәре, агросәнәғәт производствоһында тәжрибә уртаҡлашыу мәсьәләләре ҡаралды.

– Беҙҙе Башҡортостандың ауыл хужалығы, сәнәғәт өлкәһендәге һуңғы ҡаҙаныштары ҡыҙыҡһындыра, – тине Андрей Тарасенко. – Беҙ республикабыҙҙа төбәкте социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса һеҙҙең иң яҡшы проекттарығыҙҙы ҡулланырға әҙербеҙ. Индустриялағы һәм агросәнәғәттәге алдынғы тәжрибәгеҙҙе өйрәнәбеҙ. Республикаларыбыҙ араһында уртаҡлыҡтар күп. Шуға күрә сауҙа-иҡтисади мәсьәләләрҙә Башҡортостан менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү Яҡутстан өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: