Мәскәү ҡалаһында “Санкцияларға ҡаршы иҡтисад” тигән санкцияларға ҡаршы кәңәшмә ойошторолдо. Унда 12 илдән вәкилдәр ҡатнашты.
Европарламент депутаты Тьерри Мариани “Өфө диалогы” исемле платформа төҙөү тәҡдимен индерҙе һәм уға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың етәкселек итеү ихтималлығын әйтте. Ошо проект сиктәрендә халыҡ-ара сәйәсмәндәр һәм эшҡыуарҙар берләшәсәк. Был башланғысты Дәүләт Думаһының иҡтисад комитеты хупланы. Ә Рәсәйҙең Стратегик эшләнмәләр үҙәге “Өфө диалогы”на инеү тураһында белдерҙе.
– Башҡортостан бизнеста һәр саҡ юғары һөҙөмтәлелеген күрһәтә, бизнесты уңышлы алып барыу өсөн дәүләт ярҙамына ниндәйҙер кимәлдә булышлыҡ итергә кәрәк, – тине Uralsib, Alfa Bank финанс корпорацияһы, Sberbank-CIB-тың элекке төп экстратегы Кристофер Уифер. – Был тәңгәлдә Башҡортостан үҙен һәр саҡ тик ыңғай яҡтан күрһәтте. Иҡтисади көрсөк ваҡытында Хөкүмәт һәр ваҡыт бизнесты, шул иҫәптән, кесе эшҡыуарлыҡты ярҙамдан өҙмәне. Был төбәктәр менән һөҙөмтәле эшләүгә асыҡ миҫал. Икенсенән, әлбиттә, ресурстар кәрәк, тағы ла кешеләр кәрәк. Күреүебеҙсә, бында ресурстар етерлек. Өсөнсөнән, ул – логистика, транспорт аспекты. Бизнесты алып барыу өсөн импортты һәм экспортты ойоштороу мөһим. Ҡыҫҡаһы, Башҡортостан бизнесты уңышлы алып барған төбәк икәнен иҫбатланы.
– Бөгөн сифатлы эшләү өсөн шарттар кәрәк, Башҡортостан был йәһәттән майҙан булдырырға әҙер, күпме кәрәк, шул ваҡытҡа тиклем, санкциялар эҙемтәләрен кәметеүгә хәтлем, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. – Әлбиттә, республика етәкселеге был турала ҡыҙыҡһына. Күрҙек, санкциялар психологик яҡтан тәьҫир итте, тағы ла ҡыҫымдар буласағын тоябыҙ, былар инде иҡтисадҡа насар йоғонто яһай. Шуға күрә лә бөтәһен дә тәрән аназлизлап, дәүләт ярҙамы сараларын булдырҙыҡ һәм дүрт федераль пакетҡа үҙебеҙҙекен дә өҫтәнек (55 миллиард һум).
Фото: Башинформ.