Игенсе өсөн иң ҡыҙыу мәл яҡынлашты: Баймаҡ районының ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәре дәррәү башланды. Яҙғы бер көн йылды туйҙырыуын яҡшы аңлай район аграрийҙары, шуға күрә әле тупраҡта дым булған ваҡытта, ваҡыт ҡәҙерен белеп, баҫыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә атҡарып сығырға йыйына.
Райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов белдереүенсә, быйыл бөтәһе 88 мең 376 гектар майҙанда иген культураларын сәсеү ҡарала. Шуның 72 мең гектарында - иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, 9600 гектарҙа - техник культуралар, ҡалған майҙанда мал аҙығы культуралары урын аласаҡ.
Райондың "Илфат Сәфәрғәлин" крәҫтиән (фермер) хужалығы - төбәктең ҡеүәтле, тотороҡло үҫешкән, алға аныҡ маҡсат ҡуйып эшләгән хужалыҡтарының береһе. Илфат Шәфҡәт улы быйыл 600 гектар майҙанда иген культуралары сәсеүгә иҫәп тота. Ике йыл рәттән килгән ҡоролоҡ арҡаһында, фермер үткән йылда орлоҡ запасы туплай алмаған, шуға күрә быйылғы яҙғы сәсеүҙе тулыһынса атҡарып сығыу маҡсатында орлоҡ һатып алырға мәжбүр булған. Яғыулыҡ-майлау материалдары ла тулыһынса тәьмин ителгән. Әле хужалыҡ механизаторҙары һоло сәсеүгә төшкән. Уны тамамлау менән эшселәр көнбағыш сәсеүгә тотонасаҡ. Яҙғы баҫыу эштәрендә механизатор Зәбир һәм Ирек Баймөхәмәтовтар, Рәмзил Урмантаев намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.
Баймаҡ аграрийҙарының яҙғы баҫыу эштәре тураһындағы тулы һүрәтләмәне гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.
Автор фотолары.