Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Апрель 2022, 21:50

Ишембайҙа уҡбалыҡ үрсетә башлайҙар

Инвестор йылына 350 тонна балыҡ продукттары һәм ыуылдырыҡ етештерәсәк. 

Ишембайҙа уҡбалыҡ үрсетә башлайҙар
Ишембайҙа уҡбалыҡ үрсетә башлайҙар

«БашБалыҡ» компанияһының уҡбалыҡ тоҡомдарын үҫтереү һәм тәрән эшкәртеү буйынса етештереү цехы проектын «Алға» махсус иҡтисади зонаһының эксперт советы ултырышында раҫланылар. Етештереү цехын Ишембай районында урынлаштырырға ниәтләйҙәр. Проектҡа һалынған инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 1,1 миллиард һум тәшкил итәсәк, 28 яңы эш урыны булдырыласаҡ. ⠀

— Быға тиклем ауыл хужалығы тармағын үҫтереү буйынса осрашыуҙарҙың береһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин юғары сифатлы, арзан аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән балыҡ продукттары етештереү күләмен арттырыу һәм эске баҙарға оҙатыу кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтте. Был проект, ошо күрһәтмәләргә ярашлы тормошҡа ашырыла. Әлеге предприятие бөтә Рәсәй буйынса эшләргә планлаштыра. Үҫеш корпорацияһы, үҙ сиратында, инвесторҙың проектты кәрәкле ресурстар менән тәьмин итеү буйынса бөтә талаптарын иҫәпкә алды, — тине Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов. ⠀

Инвестиция проекты Үҫеш корпорацияһы һәм Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы менән бергә алып бара. Ташламалы һалымдар һәм башҡа уңайлы шарттар тыуҙырылған осраҡта, инвестор йылына 350 тонна балыҡ продукттары һәм ыуылдырыҡ етештерәсәк. ⠀

Проектҡа ярҙам сиктәрендә Үҫеш корпорацияһы инвестиция проектының финанс моделен һәм бизнес-планын эшләй, ғариза биреү өсөн документтар пакетын әҙерләүҙә ярҙам күрһәтәсәк.

 

фото һәм сығанаҡ Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: