

Илде икмәкле, ризыҡлы итеү кеүек яуаплы бурыс ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең иңенә һалынған. Элек-электән игенселәрҙең хеҙмәте маҡтаулы һаналған һәм бөгөн дә был һөнәрҙең абруйы юғары. Ауыл ерендә эш бер ҡасан да тынмай, уңыш йыйып алыныу менән киләһе йылға әҙерлек башлана. Тәбиғәт ҡаты һынауҙарын ебәреп торһа ла, юғалып ҡалмаҫҡа, уңышты мөмкин тиклем һаҡлап ҡалырға тырыша ауыл уңғандары.
Баҫыуҙарҙа ҡар иреп, ер өлгөрә башлау менән Әлшәй районы хеҙмәтсәндәре лә баҫыуҙарға төштө. Үҙҙәренең көсөнә ышаныс һәм ыңғай һауа шарттарына өмөт менән эш башланы улар.
Район хужалыҡтарында сәсеүлек майҙаны 81 мең гектарҙан артҡан. Ужым культуралары 11 мең гектарҙы биләй. Былтырғы йылдың ҡоро килеүе, тупраҡта дым аҙ булыуы көҙҙән сәселгән ужымға ла кире йоғонто яһамай ҡалмаған – 260 гектарға яҡынының торошо яҡшы, биш мең гектар тирәһе үҫентеләр ҡәнәғәтләнерлек, 5800 гектары насар хәлдә йәки бөтөнләй сыҡмаған, шуға ла ужымдың яртыһын ҡабаттан сәсергә тура киләсәк.
Иген культураларының майҙаны 45 мең гектарҙа күҙаллана, ярауай иген 35 мең ярым гектар тәшкил итәсәк. Техник культураларҙы былтырғы менән сағыштырғанда күберәк сәсеү планлаштырыла – улар 26 мең гектарға яҡын ерҙе биләйәсәк. Шәкәр сөгөлдөрө лә алдан планлаштырылғандан 329 гектарға күберәк буласаҡ һәм 5269 гектар майҙанды тәшкил итәсәк. Көнбағыш баҫыуҙарының да майҙаны ҙур – 18 мең ярым гектарға етә. Быйыл “Раевка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 75 гектарҙа яңы культура – соя сәсеү күҙаллана.
Яҙғы-баҫыу эштәре яңыраҡ башланһа ла, уға әҙерлек саралары күптән алып барыла. Әлшәйҙә яҙғы сәсеү өсөн барлыҡ хужалыҡтар ҙа орлоҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән. Быйылғы йыл уңышы өсөн ете мең тоннанан ашыу яҙғы иген культуралары орлоғо һалынған. Шул иҫәптән 900 тоннанан ашыу элиталы орлоҡ, уның 400 тоннаһын – ярауай бойҙай, 472-һен – арпа, 40-ын – һоло һәм 2 тоннаһын ҡарабойҙай тәшкил итә. Һалынған орлоҡ көҙҙән үк тикшереү үткән, ул тулыһынса ГОСТ талаптарына яуап бирә. Сәсеү алдынан орлоҡтарҙың сифаты ҡабаттан тикшереү үтә.
Мул уңышҡа йоғонто яһаған тағы ла бер мөһим эш – минераль ашламалар менән тәьмин итеү. Яҙғы-баҫыу эштәре өсөн ул 5200 тоннанан ашыу талап ителһә, көҙҙән үк 6100 тонна тирәһе ашлама индерелгән. Был йүнәлештә эш туҡталмаған.
Һәр эштең үҙ тәртибе: иген культураларының орлоғон ағыулау ҙа – эштең айырылғыһыҙ бер өлөшө. 23 апрелгә ҡарата алынған мәғлүмәттәр буйынса, 3900 тонна орлоҡ ағыуланған, был – пландың 70 процент тирәһе, дым ҡаплатыу эштәре 40 процент майҙанда, йәғни 12 мең гектарҙан ашыу ерҙә башҡарылған, 2200 гектарҙа ужым туҡландырылған, был ҡышлаған үҫентеләрҙең 44 процентына тиң. Шул уҡ ваҡытта күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу, туҡландырыу ҙа әле алып барылған төп эштәр рәтендә.
Яҙ миҙгеленең һәр көнө, сәғәте иҫәпле. Ерҙә дым бар саҡта орлоҡто йәһәтерәк сәсеү сараһы – иғтибар үҙәгендә. Ошо маҡсатта мәле етеү менән ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре сәсеүҙе башлап ебәргән. Әле баҫыуҙарҙа ярауай бойҙай, арпа, һоло, көнбағыш, етен сәсеү бара. Сәселгән майҙан да сәғәтләп, минутлап арта.
Райондың иң ҙур хужалыҡтарының береһе “Раевка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булып, ундағы эш барышы менән дә таныштыҡ. Баҫыуҙа эштең ҡыҙған мәле ине. Ҡеүәтле, заманса техника менән эш тиҙ ырай. Хужалыҡ етәксеһе Илгиз Свечников әйтеүенсә, сәсеүлек майҙандары 22 мең гектарҙы биләһә, уның туғыҙ меңе ярауай игенгә тура килә, дүрт мең гектарҙан ашыу майҙанды шәкәр сөгөлдөрө, биш мең гектар самаһын көнбағыш тәшкил итәсәк. Ҡалғанында мал аҙығы культуралары. Үткән йыл менән сағыштырғанда, быйыл шәкәр сөгөлдөрө майҙанын 2 200 гектарға арттырғандар. Хужалыҡ хеҙмәтсәндәре 9 апрелдә үк – яҙғы-баҫыу эштәренә, 19 апрелдән сәсеүгә тотонған. Иген баҫыуҙарында алты сәсеү комплексы эшләй, дүрт техника – көнбағышта, биш сәскес шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү менән мәшғүл.
Ваҡыт ҡәҙерен белгәндәре яҡшы тойола. Хужалыҡ агрономы Геннадий Нагорный билдәләүенсә, эш тәүлек әйләнәһенә бара. Көндөҙ эшләгән механизаторҙар урынына алмашҡа икенселәр килә. Баҫыу хеҙмәтсәндәре өсөн ашатыу ҙа ойошторолған.
– Быйыл яҙ үҙенсәлекле килде. Ҡар ҡапыл ирегәс, тупраҡҡа тигеҙ һеңмәне, шуға күрә ер ҙә тигеҙ генә өлгөрмәне. Әле өлгөргән яландарҙы һайлап ҡына сәсәбеҙ. Яйлап эштең тиҙлеге лә артыуға бара. Заманса техника менән тәьмин ителеү ҙә файҙаға. Улар компьютерлаштырылған, тиҙлек, күпме гектарҙа эш башҡарылған барыһы ла күренеп тора, – тине Геннадий Анатольевич.
Бер аҙға туҡталған арала механизаторҙар менән дә һөйләшеп алдыҡ. Анатолий Придатченко, Валерий Тарасов, Артем Герасимов – үҙ һөнәренең бөтә нескәлектәрен белгән, заманса техникаға ышаныслы идара иткән белгестәр. Үҙҙәре тураһында һөйләргә бик яратмаһалар ҙа, һөнәр оҫталыҡтарын хеҙмәттәре менән күрһәтәләр. Эш шарттарынан ҡәнәғәт булыуҙары тураһында белдерҙе баҫыу батырҙары.
Ваҡыт үтеү менән тәжрибәле белгестәрҙе йәштәр алмаштыра. Ауыл хужалығы тармағының киләсәге быға тығыҙ бәйле. Беҙ барған баҫыуҙа практика үтергә килгән Вероника Егорованы осраттыҡ. Ул әле Николай Сибирцев исемендәге Аксен агросәнәғәт колледжының IV курсында агроном һөнәренә уҡый. Студент ҡыҙ үҙенең киләсәген ауыл хужалығы тармағында күрә.
– Миңә агроном һөнәре электән оҡшай һәм ошо хыялымды тормошҡа ашырыу маҡсатында был колледжға уҡырға килдем. Бик мөһим, кәрәкле һөнәр, тип уйлайым. Төрлө культураларҙы үҫтереү алымдары, минераль ашламалар индереү, ғөмүмән, эште ойоштороу – барыһы ла мине ҡыҙыҡһындыра. Артабан ситтән тороп юғары уҡыу йортона уҡырға инергә һәм ошо һөнәр буйынса районда эшләргә ниәтләйем, – тине Вероника.
Ауыл хужалығы белемле йәштәргә мохтаж бөгөн. Верониканы ла ошо етди тармаҡтың төплө белгесе итеп күрергә булһын.
“Раевка” кеүек ҙур хужалыҡтар менән бер рәттән, башҡалар ҙа баҫыуҙарҙа эш башлаған. Уларҙың барыһын да сәсеүҙе үҙ ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарып сығыу бурысы берләштерә.
Бөгөн Әлшәй районында 15 ауыл хужалығы предприятиеһы, 98 крәҫтиән (фермер) хужалығы, алты кооператив һәм 12 меңдән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ иҫәпләнә. Райондың аграр сәйәсәте етештереүҙе арттырыуға, хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың финанс тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә, заманса технологияларҙы үҫтереүгә, ауылдарҙа көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Уҙған йыл иҡтисадтың күп кенә тармаҡтары өсөн еңелдән булмаһа ла, Әлшәй аграрийҙары юғары һөҙөмтә күрһәтеүгә өлгәшә һәм әлеге шарттарҙа эшләү өсөн ныҡлы нигеҙ һалына.
Уңышлы эштең бер йүнәлеше –хужалыҡты заманса, яңы техника менән тәьмин итеү. Был мәсьәлә лә иғтибар үҙәгендә. Былтыр ауыл хужалығы етештереүселәре 56 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алған, шул иҫәптән 17 трактор, өс иген йыйыу комбайны һәм ике йөк машинаһы. Был техника һәм ҡорамалдарҙың 23-ө лизинг буйынса килтерелгән.
Быйыл да яңы техника менән тәьмин итеү хәстәре күрелгән. Ауыл хужалығы етештереүселәре һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары 19 берәмек техника һәм ҡорамал алыуға өлгәшкән.
Ауыл уңғандары мул уңыш йыйып алыу өсөн быйыл да көндө төнгә ялғап, тырышып эшләр. Иң мөһиме – һауа шарттарының ҡулай булыуы. Ҡоролоҡ, башҡа һынауҙары йонсотмаһын, баҫыуҙарҙан мул уңыш йыйып алырға яҙһын уларға.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА.