

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Аркада” компанияһының тегеү цехтарының эше тураһында яҙып сыҡты.
“Алға” махсус иҡтисади зонаһы резиденттарының береһе булған “Аркада” компанияһының тегеү цехтарынан тиҙҙән ҙур заказ – “Рәсәй тимер юлдары” өсөн 53 мең жилет оҙатыла. Шуға күрә ҡыҙғылт-һары төҫтәге яңы жилет кейгән тимер юлсыны күрһәгеҙ – белегеҙ, был махсус кейем беҙҙә, Ишембай районында тегелгән.
Сиратта – “Рәсәй тимер юлдары” хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡышҡы махсус кейем, уны бында беренсе тапҡыр тегәсәктәр. Артабан эшҡыуарҙар бирсәткә етештереү цехын асырға ниәтләй. Хеҙмәткәрҙәр өсөн “Аркада”ла яҡшы шарттар булдырылған – яҡшы ҡорамалдар (бының менән һәр тегеү фабрикаһы ла маҡтана алмай), бушлай туҡланыу, дөйөм ятаҡ. Шул уҡ ваҡытта бер проблема бар – эшсе ҡулдар етешмәй.
Ошоларҙы күрһәң, башҡарған эштең юҡҡа түгеллеген,һөҙөмтәләрҙең, алға табан хәрәкәттең булыуын аңлайһың. Махсус иҡтисади зона резиденты статусы үҫергә, киләсәк тураһында тыныс ҡына уйланырға мөмкинлек бирә”, – тип яҙған Радий Хәбиров.
Фото: vk.com/radiyhabirov
Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov