Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Бөрө–Таҙтүбә–Һатҡы юлы тураһында яҙып сыҡты.
“Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында иң әһәмиәтле юлдарҙың береһе – Бөрө–Таҙтүбә–Һатҡы юлын һалыуҙы дауам итәбеҙ. Хәҙер сиратта – яуым-төшөм улаҡтары һәм таҙартыу ҡоролмалары.
Дыуан һәм Ҡариҙел райондарында һыу үткәргес торбалар монтажланды, аркалы ете күпер һалынды, 35 километрҙан ашыу юлға асфальт түшәлде.
Юлдың дөйөм оҙонлоғо – 60,9 километр. Ул республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышын үҫтереүгә йүнәлтелгән иң ҙур төбәк проекттарының береһен тәшкил итә. Һөҙөмтәлә республиканың үҙәк райондары менән ышаныслы һәм уңайлы транспорт бәйләнеше барлыҡҡа киләсәк, М5 һәм М7 федераль трассаларына, Яңауыл тимер юл станцияһына һәм Бөрө, Дүртөйлө йылға порттарына сығыу мөмкинлеге артасаҡ.
Графиктан артта ҡалған мәлдәр ҙә булды, ләкин беҙ барыһын да ваҡытында яйға һалдыҡ. Яңы юлда ике – һәр яҡҡа берәр – һыҙат буласаҡ. Ҡатмарлы биләмәләрҙә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн өс һыҙатлы участкаларҙы ла күҙ уңында тоттоҡ. Юлда хәрәкәтте 2022 йылдың декабрендә асырға ниәтләйбеҙ.
Барығыҙға ла уңыштар!” – тип яҙған Радий Хәбиров.
Фото: vk.com/radiyhabirov
Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov