Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Апрель 2022, 11:10

Күпер төҙөүселәр вәғәҙәһендә тора

Юлсыларға уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн улар көндө төнгә ялғап эшләй.

Автор фотолары.  Төҙөүселәр Айрат Кәлимуллин, Илшат Мөлөков, Илдар Кәлимуллин, Вәзит Ғафаров (һулдан уңға).
Төҙөүселәр Айрат Кәлимуллин, Илшат Мөлөков, Илдар Кәлимуллин, Вәзит Ғафаров (һулдан уңға).Фото:Автор фотолары.

М-5 “Урал” трассаһынан Нуғай биҫтәһенә боролған юлдағы тығындар юлсылар өсөн күптән ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Был юлдан, нигеҙҙә, Нуғай биҫтәһендә, шулай уҡ Иглин районының Аҡбирҙе, Охлебинин, Блохин, Шипов, Ҡарамалы һ.б. ауылдарында йәшәгән кешеләр файҙалана. Трасса аша тәүлегенә 25–30 мең самаһы автотранспорт үтә. Йәйге осорҙа был төбәктәге баҡсасылар иҫәбенә хәрәкәт тағы ла йәнләнә.

Файҙаланыуҙағы юл бөгөнгө талаптарға һис тә яуап бирмәй. Уның аша үткән тимер юл тығын­дарҙы тағы ла киҫкенләштерә һәм юл хәрәкәтен хәүефле итә. Аварияға бәйле фажиғәле хәлдәр ҙә булғылай. Шуға был участкала тимер юл аша күпер менән заманса юл айырсаһы төҙөү күптән өлгөргән мәсьәлә ине.

Үткән йылда республика етәк­селеге баш ҡалабыҙ Өфөнө көньяҡтан урап үткән тимер юл аша күпер менән Нуғай сатындағы юл айырсаһын төҙөү бурысын ҡуйҙы. Ул “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, ремонтлау буйынса идаралығы объекттың заказсыһы булып тора. Төҙөлөштөң генераль подрядсыһы – “Уралмостострой” акционерҙар йәмғиәтенең 30-сы күпер төҙөү отряды.

Күпер төҙөлөшөн Башҡортос­тандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Раил Мөлөков идара иткән участкаға ышанып тапшырғандар. Улар рес­публиканың күпер төҙөлөшө тарма­ғында иң ҡатмарлы заказдарҙы ла оҫта башҡарырға һәләтле, абруйлы коллективтарҙан һанала. Күпер төҙөүселәрҙең ғорурланып һөй­ләрлек эштәре бар. Мәҫәлән, Ҡариҙел районында – Ҡариҙел йылғаһы, Затон биҫтәһендә Ағиҙел йылғаһы аша, шулай уҡ республи­каның төрлө төбәктәрендә тиҫтәләрсә күперҙәр төҙөүҙә һөнәри оҫталыҡтарын раҫлағандар.

Әйткәндәй, Раил Мөлөков үҙе­нең дүрт тиҫтә йыл хеҙмәт эшмә­кәрлеген әлеге ауыр һәм яуап­лы эшкә бағышлаған. Ул Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Шәрәй ауылында тыуып үҫкән. Күпер төҙөүселәр отрядына армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас килә. Яҙмыш ҡушы­уымы, әллә осраҡлылыҡмы, Раил хеҙмәт юлын нәҡ үҙенең тыуған ауылында Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөлөшөндә башлай һәм был һөнәрҙе ғүмерлеккә үҙ итә. Ул бер коллективта һөнәри баҫҡыстар үтеп, монтажсынан идаралыҡ начальнигы вазифаһына тиклем үрләй.

Төҙөлөштә эш барышы, тәү сиратта, участка начальнигының белеменә, тәжрибәһенә бәйле. Ул үҙ вазифаһында юғары дәрәжәлә профессионал булырға тейеш – бөгөнгө төҙөлөштәрҙең талабы шундай. Бер аҙ алғараҡ китеп әйтәйек, күпер менән Нуғай юл айырсаһы, төҙөлөш графигына ярашлы, 2023 йылдың июль айында файҙа­ланыуға тапшырылырға тейеш. Әммә объекттың юғары дәрәжәлә социаль әһәмиәтле булыуы тиҙерәк, йылдамыраҡ эшләү шартын ҡуя.

– Яңы күпер менән юл айыр­саһын быйыл сентябрь-октябрь айҙарында, йәғни бик күпкә алдараҡ файҙаланыуға тапшырыу бурысы тора. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн бөтә мөмкинлектән файҙаланабыҙ. Эш тәүлек әйләнәһенә бара. Субподрядсылар ҙа ырамлы эшләй. Барыбыҙҙың да маҡсат бер – юғары тиҙлек һәм сифат, – ти Раил Мөхлис улы.

Төҙөлөштә ҡатнашҡан ярҙамсы ойошмалар – “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең “Лебяжинское” һәм Благовещен юл төҙөү-ремонтлау идаралыҡтары юл күтәрә. Эштең тәүге этабы М-5 “Урал” трассаһындағы транспорт айырсаһынан Нуғай шоссеһына ҡәҙәр 1,5 километр оҙонлоҡта билдәләнгән. Күперҙең икенсе яғындағы 1,85 километр юлда реконструкция бара. Юлдар дүрт һыҙатлы итеп төҙөлә. Күпер тирәләй һәм күперҙең аҫҡы яғынан да юлдар һалынасаҡ. Һуңғыһы шулай уҡ М-5 “Урал” трассаһына тоташтырыла. Әйткәндәй, проект буйынса күпер­ҙең оҙонлоғо 106 метр буласаҡ.

Төҙөлөш ҡатмарлы шарттарҙа бара. Беренсенән, эш майҙаны хәрәкәттәге тимер юлға терәлеп тигәндәй тора. Икенсенән, төҙөлөш барған урында күп кенә электр, газ һәм элемтә коммуникациялары үтә. Ҡайһы берҙәрен урынынан күсерергә, мәсьәләне оператив хәл итергә тура килә. Был эштәрҙе газ, энергетика, элемтә тармағы хеҙмәттәре башҡара. Һәр хәлдә, төп яуаплылыҡ участка етәксеһенә йөкмәтелгән.

Төҙөлөштә эш вахта алымы менән ойошторолған. Эшселәр уңайлы вагондарҙа йәшәй. Төҙөлөш ҡаласығында кәңәшмә штабы, ял итеү һәм телевизор ҡарау өсөн Ҡыҙыл мөйөш булдырылған, ашхана эшләй. Көнөнә өс тапҡыр йылы аш менән туҡланыу ойошторолған. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Хеҙмәт кешеһе хаҡында хәстәрлек эшкә дәрт өҫтәй.

Тырыш, булдыҡлы коллективты тармаҡта башҡаларҙан айырмалы иткән күркәм бер сифатты билдәләп үтеү урынлы. Бында күп урындарҙа онотолоп барған хеҙмәт династиялары бар. Күркәм традицияны һаҡлауҙа етәксе үҙе үрнәк күрһәтә: Раил Мөлөковтың бер ҡустыһы Илшат – бригадир, икенсеһе Рәфис балта оҫтаһы булып эшләй. Раилдың йәмәғәте Әлфиә лә оҙаҡ йылдар ире менән бер үк предприятиела хеҙмәт көсө һала. Улдары Фидан, сәнғәт училищеһын тамамлап, мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән. Әммә, атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, артабан монтажсы һөнәрен үҙләш­тереп, участкаға эшкә килгән. Егет атаһы менән иңгә-иң тороп күпер төҙөй һәм эшенән ҡәнәғәтлек тоя, әммә сәнғәттән дә айырылмай, көйҙәр ижад итә. Фидан Мөлө­ковтың “Минең атай күперҙәр төҙөй” тигән йыры (әйткәндәй, интернет селтәрҙәрендә тыңларға мөмкин) нәҡ атаһына бағышланған. Үҙе лә бик матур йырлай, гармунда уйнай. Ғөмүмән, Мөлөковтарҙы таланттар ғаиләһе тиергә мөмкин. Раил Мөхлис улы ла, ҡатыны Әлфиә лә, шулай уҡ сәнғәт училищеһын тамамлаған ҡыҙҙары Лилиә лә йырға бик оҫта.

Күпер төҙөүселәрҙең икенсе бер күркәм династияһы – Кәлимул­линдар. Бер туған Айрат менән Илдар Кәлимуллиндар тәүҙә монтажсы булып эшләгән. Тәжрибә туп­лағас, береһен – прораб, икен­се­һен бригадир итеп тәғәйен­ләгәндәр.

Төҙөлөш майҙанында бул­дыҡлы, тырыш егеттәр эшләй. Тимер юлдың ике яғынан күперҙең ҡеүәтле таяуҙары күтәрелгән дә инде. Юл һыҙаттары күперҙең нығытма­ларына ҡәҙәр еткерелгән. Төҙөлөш барышы төҙөүселәрҙең үҙ һүҙендә торасағына ныҡлы ышаныс тыуҙыра. Юлсыларҙы яҡын киләсәктә яңы ҡыуаныстар көтә.

 

Г. ИЛЬЯСОВА.

Раил Мөлөков улы Фидан менән.
Раил Мөлөков улы Фидан менән.
Читайте нас: