Яҙ етеү менән тиҙ арала хәл итәһе мөһим бурыстар арта: йылғалар таша, янғындар башлана, кешеләргә талпан ҡаҙала, ошо проблемаларға юлдарҙағы соҡорҙар ҙа өҫтәлә... Ашаған белмәй, тураған белә, тигәндәй, был мәсьәлә водителдәрҙең үҙәгенә үткән. “Тәгәрмәс тишелде”, “диск йәмшәйҙе”, “машинаны һикертте”, “саҡ юлдан ситкә османыҡ” тип шоферҙарҙың юлдарға зарланыуын йыш ишетергә мөмкин. Ә бит соҡор-саҡыр арҡаһында, айырыуса төндә әллә күпме юл-транспорт ваҡиғаһының теркәлеүен ишетеп-күреп торабыҙ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә юлдар тураһында асыҡ әйтелгән.
– Беҙ юлдарыбыҙ һәм транспорт иң юғары стандарттарға яуап бирһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Автобустар паркын яңыртабыҙ – ике йылда үҙебеҙҙең “Башавтотранс” өсөн 723 техника һатып алдыҡ. Юлдарҙағы иҫке автобустар һанын мөмкин тиклем кәметәсәкбеҙ.
Башҡортостан Хөкүмәтендәге “Транспорт сәғәте”ндә республика етәксеһе юлдарҙы ремонтлау-йүнәтеү темаһына һөйләшеүҙе даими ойоштора. Сираттағы кәңәшмәлә республикабыҙҙың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев билдәләүенсә, беҙҙә төбәк һәм муниципаль әһәмиәткә эйә 13545,1 километр автомобиль юлы иҫәпләнә, уларҙың 8898, 219 километрына асфальт япмаһы түшәлгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында барлыҡҡа килгән соҡорҙар йыл әйләнәһенә ремонтлана, хатта ҡышҡыһын да. Был осраҡта инде һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы файҙаланыла.
Министр фекерен аныҡ миҫалдар менән нығытты. Быйыл ғинуар-февраль айҙарында төбәк һәм муниципаль-ара статусҡа эйә автомобиль юлдарының юл япмаларында етешһеҙлектәр асыҡланған, шуның байтағы ҡыҫҡа арауыҡта ремонтланған. Был, 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, байтаҡҡа күберәк.
Быйыл юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау эштәрен башҡарыуға әҙерлек барышында “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең бүлендек ойошмаһы күп эш башҡарған. Мәҫәлән, 477, 8 мең тонна төрлө фракцияларҙан ҡырсынташ һәм 4,0 мең тонна битум әҙерләнгән. Бынан тыш, “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең филиалдары сүкеш һәм вибрация плитәләре ише кәрәк-яраҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән, бәләкәй тракторҙар 55 дана аҫмалы фрезер ҡулайламалары менән йыһазландырылған.
Бер үк ваҡытта төбәк һәм муниципаль-ара статустағы дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарында япманың кәмселектәрен бөтөрөү буйынса байтаҡ эште “MADPATCHER” маркалы ҡеүәтле машина башҡара. “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтендә ошондай заманса 16 берәмек техника иҫәпләнә. Апрель урталарында эш башланылар. Апрель һәм октябрь – ни арба, ни сана ваҡыты. Нәҡ ошо миҙгелдәрҙә тынғыһыҙ эштәр алып барыла ла инде.
Уйлап ҡараһаң, урамдар нисек кенә ҡупшы күренмәһен, йорттар һәм ихаталар матур булмаһын, улар янындағы насар юлдар эргә-тирәләге күркәмлекте юҡҡа сығара ла ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл урамдарында яҡшы итеп һалынған юлдар әлегә әҙ, әммә был тәңгәлдә маҡсатлы уй-ниәттәр тормошҡа ашырыла. Төҙөк юлдарҙы осратыу шул хәтлем ҡыуаныслы. Юлдың – тигеҙе, һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы, тиҙәр. Ысынлап та, кемдең соҡор-саҡырлы юлдан елдергеһе килһен?!
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” федераль милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа юлдар күпләп тәртипкә килтерелә. Ошо милли проектты уңышлы бойомға ашырыу күрһәткестәре бик яҡшы. Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдереүенсә, милли проектҡа ярашлы, республикала һуңғы тиҫтә йылда ҙур күләмдә юл эштәре башҡарылған. Халыҡтың өмөтөн аҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһы ла бойомға ашырыла.
Юл төҙөлөшө иҡтисадтың мөһим бер өлөшөн биләп тора. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙә юлдар – республика етәкселегенең эшендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Йәнә һандарға күҙ йүгертәйек. 2022 йылдың мартынан юл хужалығы эшселәре ике мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда юл ҡатламын тәртипкә килтергән. Юлдарҙың боҙолоуы көндәрҙең ҡапыл йылытыуына йәки һыуытына туранан-тура бәйле икәнен күптәр аңлай. Бынан тыш, ҡайһы бер юлдан тәүлегенә меңдәрсә автомобиль үтә. Был да автомагистралдә соҡор-саҡыр барлыҡҡа килтерә. Юлды тәртипкә килтереү тәүлек әйләнәһенә бара.
Быйыл Башҡортостан юлдарында соҡорҙарҙы ремонтлау йәһәтенән 11148 етешһеҙлек бөтөрөлгән. Был турала Республикаға идара итеү үҙәгендә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республикабыҙҙың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев билдәләне.
Белгестәр төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәткә эйә ете мең километр самаһы юлды тикшергән, уларҙа 20 мең етешһеҙлекте асыҡлаған. Кәмселектәрҙең яртыһынан күберәге бөтөрөлгән дә инде.
Соҡорҙарҙы һанлаштырыуға күсереү һәм юлдарҙы ремонтлау республикабыҙҙың Юл инфраструктураһы өлкәһендә күҙәтеү һәм эште планлаштырыу системаһы ярҙамында башҡарыла. Һәр асыҡланған етешһеҙлеккә идентификация номеры бирелә, соҡорҙоң тәғәйен урыны билдәләнә һәм уға фотоһүрәт тә беркетелә.
Етешһеҙлек бөтөрөлгәндән һуң, подрядсы ойошма СКПДИ системаһына тейешле фоторепортаж ебәрә. Александр Булушев һөйләүенсә, юлдарҙағы соҡорҙар бығаса һалҡын асфальт бетон ҡатнашмаһы ярҙамында ямалған, ә инде һауа температураһы күтәрелә башлау менән ҡәҙимге асфальт түшәлә башлаған. Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәр араһында юл хужалығы темаһының алдынғылыҡты биләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Республика Башлығы юлдарҙа хасил булған соҡорҙарҙы, боҙолған-кителгән урындарҙы оператив ремонтлауҙың мөһимлеге хаҡында йыш иҫкәртә.
— Был ял көндәрендә республика буйлап күп йөрөнөм, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә лә кешеләрҙе бик яҡшы аңлайым – юлдар буйынса һорауҙар бар, ялыуҙар күп. Ремонтты йәһәтерәк башҡарырға кәрәк. Был эште тиҙләтеүегеҙҙе һорайым.
Рәсәй автомобиль юлдарының таяныс селтәренә индереүгә Башҡортостандан дөйөм оҙонлоғо дүрт мең километрлыҡ 44 юл тәҡдим ителгән. Уларҙы норматив хәлгә килтереү өсөн федераль ҡаҙнанан өҫтәмә аҡса алыу планлаштырыла.
Юлда йыш йөрөгәндәр белә, хәҙер юлдарҙың торошо элекке ваҡытҡа ҡарағанда күпкә яҡшырҙы. Республикала был эш өҙлөкһөҙ дауам итә.
Альберт ЙОСОПОВ,
“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы водителе:
– Башҡортостанды арҡырыға-буйға йөрөп сыҡтым, бөгөн иһә республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш тарафтарына пассажирҙар ташыйым. Шуныһы һөйөндөрә, үткән быуаттың 90-сы йылдары менән сағыштырғанда, хәҙер улар күпкә яҡшырҙы. Юғиһә, соҡор-саҡырлы юл техниканы бөтөрҙө, автобусты йыш ремонтларға тура килде. Әле ҡурҡмайынса халыҡты ултыртып йөрөргә мөмкин.
Минеңсә, асфальт түшәгәндә заманса технологияларҙы ҡулланмау, яҙлы-көҙлө ауыр техниканың йөрөүен тыймау, сифатһыҙ битум һалыу юлдарҙың тиҙ таушалыуына килтерә. Юлды ваҡытында ҡарау – иң отошлоһо.
Вадим ЗАМАНОВ,
һәүәҫкәр водитель:
– Шәхси автомобилемдә сәйәхәт итергә яратам, күп ерҙәрҙе күрҙем. Бер мәл, ҡапыл ғына уйланыҡ та, Иркутск ҡалаһына юлландыҡ. Ғаиләмә ҡасандыр үҙем армияла хеҙмәт иткән Себер тарафтарын күрһәтермен, тип уйланым. Өфөнән Иркутск ҡалаһына хәтлем – яҡынса өс мең 800 километр. Юл аҙабы – гүр ғазабы, тиҙәр. Башҡортостаныбыҙҙан алыҫлашҡан һайын, юлдарҙың насарлығына түгел, ә юҡлығына инандыҡ һәм аптыраныҡ. “Иң яҡшы юлдар – Башҡортостанда”, тип һөйөндөк. Кәләшемә, балаларыма ике миллиондан ашыу кеше йәшәгән Иркутск ҡалаһын, серле Себер тәбиғәтен күрһәтә алыуым ғына бар юл михнәттәрен онотторҙо.
Фәнил СӘЙЕТҠОЛОВ, иҡтисад фәндәре кандидаты:
– Ғөмүмән, юлға бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөү тип кенә ҡарарға ярамай. Автомобиль трассалары илде үҫтереү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Юлдар яҡшы икән, тимәк, иҡтисад тармағында ла үҫеш күҙәтелә, тип ныҡлы һығымта яһарға мөмкин. Миңә ҡалһа, республикабыҙҙағы юлдар яҡшынан һанала, беҙҙә асфальт һалыуға ла, төҙөкләндереүгә лә иғтибар көслө.
Илдар АҠЪЮЛОВ.