"Эксперт РА" Башҡортостан Республикаһының кредит рейтингын раҫланы. Был кредитҡа һәләтлелектең, финанс ышаныслылыҡтың һәм тотороҡлолоҡтоң юғары кимәле тип баһалана.
- Беҙҙең төбәк тотороҡло нефть етештергән республикаларҙың береһе булып тора һәм бындай баһа финанс сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген, иҡтисадтың һәм бюджеттың тышҡы шарттарға тотороҡлолоғон күрһәтә. Химия сәнәғәте һәм машиналар эшләү үҙәге булып торабыҙ. Башҡортостан иҡтисады эшкәртеүгә (башлыса нефть продукттарын) һәм сауҙаға йүнәлтелгән; тармаҡ тулайым төбәк продуктының 30 проценттан ашыуын тәшкил итә. Рәсәйҙә иң ҙур яғыулыҡ, энергетика һәм нефть химияһы комплекстарының береһе бар, нефть сығарыу буйынса Рәсәйҙә тәүге унау иҫәбенә инәбеҙ, - тигән баһа бирҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Башҡортостан ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса иң эре төбәктәрҙең береһе булып тора, башлыса малсылыҡ өлкәһендә уңыштар ҡыуандыра. Былтыр сәнәғәт тауарҙары етештереүҙең артыуы күҙәтелә; 2021 йылда төп капиталға инвестициялар күләме 364,9 миллиард һум тәшкил иткән, был 2020 йыл менән сағыштырғанда 9,3 процентҡа юғарыраҡ.
Фото: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.