Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Май 2022, 13:45

Беҙҙә юлдар сифаты яҡшыра

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты нигеҙендә 200 километрҙан ашыу юлды ремонтларға кәрәк.

Беҙҙә юлдар сифаты яҡшыра
Беҙҙә юлдар сифаты яҡшыра

Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) уңышлы бойомға ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостан етәкселеге лә был йүнәлешкә етди иғтибар бүлә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, республикабыҙҙа 200 километрҙан ашыу юлды ремонтларға кәрәк. Ошо күләмдең ун проценты Өфө ҡалаһына тура килә.

Дөрөҫөрәге, баш ҡалабыҙҙа 16 юл участкаһы ремонтланасаҡ. Өфө ҡалаһының Менделеев, Чернышевский, Коммунистик, Суворов, Кемеров, Ғабдулла Амантай, Завод, Затон шоссеһы урамдары, Салауат Юлаев проспекты шуға асыҡ миҫал. Йәмғеһе ремонтлана торған юлдарҙың оҙонлоғо 21 километрға етә. Ә бына Стәрлетамаҡ ҡалаһына 15 юл участкаһы тура килә, оҙонлоғо – 11 километр.

Башҡортостанда юлдарҙың яҡшыра барыуы һөйөнөслө. Республика етәкселеге юл тармағына һәр ваҡыт етди иғтибар бүлә.

– Һүҙ ҙә юҡ, юлдарҙы тәртипкә килтереү – беҙҙең өсөн оло бурыс, халыҡтың ышанысын аҡларға тырышасаҡбыҙ, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Фото: artfile.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: