6 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Көн тәртибендә - сәнәғәт етештереүе күрһәткестәрен арттырыу, республиканың кредит биреү һәләтлелеге рейтингы һәм башҡа темалар.
Радий Фәрит улы билдәләүенсә, ағымдағы йылдың ғинуар - март айҙары йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 110,1 процентты тәшкил итһә, Рәсәй буйынса был күрһәткес 105,9 процентын тәшкил итә. Был күләмдең артыуын иҡтисадтың дүрт сәнәғәт секторы күрһәткән - сеймал (141,2 процент), эшкәртеү производствоһы (107,1 процент), энергетика (101,2 процент), һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү, ҡалдыҡтарҙы утилләштереү һәм бысратыуҙарҙы бөтөрөү (105 процент).
Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, "Эксперт РА" агентлығы Башҡортостандың кредит биреү һәләте рейтингын ruАА+ милли шкала буйынса раҫланы, рейтинг буйынса күҙаллау - тотороҡло, тип хәбәр итте.
"Был бөтәбеҙ өсөн дә ҙур ҡаҙаныш. Ошондай баһа финанс сәйәсәте, иҡтисадтың тотороҡлолоғо һәм бюджеттың тышҡы факторҙарға ҡаршы тормошҡа ашырылыу һөҙөмтәлелеге тураһында һөйләй, - тине Андрей Назаров. - Башҡортостан - ҡеүәтле яғыулыҡ-энергетика комплексы һәм нефть химияһы комплексы менән илдә иң боронғо нефть сығарыу төбәктәренең береһе булып һанала. Беҙ Рәсәйҙә нефть сығарыу буйынса тәүге ун төбәк иҫәбенә инәбеҙ. Республикабыҙ - химия сәнәғәте һәм машиналар эшләү үҙәге. Төбәк иҡтисады сауҙаға ла йүнәлтелгән. Сәнәғәт тулайым төбәк продуктының 30 проценттан ашыуын формалаштыра. 2021 йылда Башҡортостанда төп капиталға инвестициялар күләме 364,9 миллиард һум тәшкил иткән - был 2020 йылғы кимәлдән 9,3 процентҡа күберәк. Беҙҙең республика, бынан тыш, эре ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәрҙең береһе лә".
Рейтинг агентлығы эксперттары баһалауҙары буйынса, Башҡортостанда тулайым төбәк продукты күләме былтырғы йомғаҡтар буйынса ике триллион һум тәшкил иткән, ул 2020 йылғы кимәлдән 4,2 процентҡа күберәк. Ул иҡтисади хәлде яҡшыртыу фонында төбәк предприятиеларының етештереү ҡеүәтен арттырыу менән бәйле.
Радий Хәбиров 2022 йылда Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенең ыңғай динамикаһын тәьмин итергә ҡушты.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.