Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Май 2022, 17:50

15 мең гектар шәкәр сөгөлдөрө сәселгән

Уңыш ҡәнәғәтләндерерлек булған хәлдә, ике йыллыҡ шәкәр запасы булдырыласаҡ.

15 мең гектар шәкәр сөгөлдөрө сәселгән
15 мең гектар шәкәр сөгөлдөрө сәселгән

Башҡортостан аграрийҙары бөгөнгә 15 мең гектар шәкәр сөгөлдөрө сәскән. Был планлаштырылған майҙандың өстән бер өлөшөн тәшкил итә.

- Быйыл ауыл хужалығы предприятиелары, баҙар шарттарын иҫәпкә алып, шәкәр сөгөлдөрө майҙанын арттыра. Һауа шарттары һәйбәт булыуҙан файҙаланып, сәсеүҙе йылдам атҡарырға тырышабыҙ. Шәкәр сөгөлдөрө үҫтергән хужалыҡтар яҡынса 1,5 миллион тонна уңыш алырға иҫәп тота. Ике заманса шәкәр заводына эш етерлек буласаҡ. Көҙөн кәмендә 250 мең тонна шәкәр туплап ҡуясаҡбыҙ тип планлаштырабыҙ. Был күләм ике йылға етәсәк, — ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Республиканың 19 районында шәкәр сөгөлдөрө сәсәләр, шуларҙың 18-е сәсеүгә төшкән. Әлшәй районы хужалыҡтары иң әүҙемдәренең береһе булып тора, унда өс мең гектар баҫыу сәселгән. Икенсе урында Шишмә районы килә, бында 2,6 мең гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрө сәскәндәр. 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: