Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Май 2022, 19:50

Андрей Назаров Урал аръяғы райондарында булды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Баймаҡ районында төҙөлгән мәктәптәрҙе, балалар поликлинникаһын, физкультура-һауыҡтырыу комплексын ҡараны.

Андрей Назаров Урал аръяғы райондарында булды
Андрей Назаров Урал аръяғы райондарында булды

Эш сәфәренең тәүге туҡталышы – Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында төҙөлгән урта дөйөм белем биреү мәктәбе. Был мәктәп 375 урынға иҫәпләнгән.

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, конкурс аша үтеп килгән подрядсылар ҙа төрлө сәбәптәр арҡаһында үҙ бурыстарын үтәй алмай. Иҫке Сибайҙа төҙөлгән был мәктәп шуға асыҡ миҫал булып тора. Подрядсы ойошманы алмаштырырға тура килде. Артабан банк аша түләнгән аҡсаны ҡайтарыу процедураһын үтергә кәрәк. Иң мөһиме - был объект ваҡытында файҙаланыуға тапшырылманы. Быйыл мәктәп үҙ ишеген асыр тип һөйләштек, - тине Премьер-министр.

Андрей Назаров әйтеүенсә, эште тиҙләтеү өсөн «Башеврокуб» компанияһы йәлеп ителгән. Ул төп подрядсыға мөмкин тиклем ярҙам итәсәк.

- Генераль подрядсыға ярҙамға «Башеврокуб» компанияһын саҡырҙыҡ. Шуға мәктәпте 1 сентябргә тапшырыу – төп бурыс. Бөгөндән бында эш тиҙләтеләсәк. Төҙөлөш-монтажлау эштәре менән бер рәттән тирә-яҡты төҙөкләндереү, кәрәкле йыһаздарҙы алып килеү эше башланасаҡ, - тине Премьер-министр.

Әлегә объектта төҙөлөш эштәре бара, мәктәптең ҡыйығын эшләй башлағандар. Элекке подрядсы дөрөҫ эшләмәгән инженер селтәрҙәрен ҡайтанан эшләйҙәр.

Баймаҡта 300 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән балалар поликлиникаһы төҙөлә. Әлегә объектта өсөнсө ҡатты һалалар, инженер селтәре һалына.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, Туймазы ҡалаһында ошондай уҡ балалар поликлиникаһы төҙөлгән.

– Файҙаланыу барышында был ысынлап уңайлы проект икәне асыҡланды һәм уны Баймаҡта ла төҙөргә булдыҡ. Баймаҡ ҡалаһы һәм район халҡы өсөн был мөһим төҙөлөш булып тора. Уның тамамланыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Поликлиника заманса йыһазландырыласаҡ, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн барыһы ла эшләнәсәк, — тине Азат Рәхмәтуллин.

Шулай уҡ Андрей Назаров Темәс ауылында төҙөләсәк бассейны булған физкультура-һауыҡтырыу комплексының төҙөлөш майҙансығын ҡараны.

Премьер-министр шулай уҡ объектты финанслау һәм эште йәнләндереү мөмкинлеген табыуҙы талап итте.

Фотолар Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән.

Андрей Назаров Урал аръяғы райондарында булды
Андрей Назаров Урал аръяғы райондарында булды
Андрей Назаров Урал аръяғы райондарында булды
Андрей Назаров Урал аръяғы райондарында булды
Андрей Назаров Урал аръяғы райондарында булды
Андрей Назаров Урал аръяғы райондарында булды
Андрей Назаров Урал аръяғы райондарында булды
Андрей Назаров Урал аръяғы райондарында булды
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: