Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Май 2022, 15:20

Мул уңыш алырға өмөтләнәләр

Һауа торошо йылытыу менән сәсеүгә төшәсәктәр.

Мул уңыш алырға өмөтләнәләр
Мул уңыш алырға өмөтләнәләр

Ауыл ерендә иң матур һәм күңелле осор башланды. Баҫыуҙарҙа ҡыҙыу эш осоро. Борай районының “Хәлилов” крәҫтиән (фермер) хужалығында ер эшкәртеү, ашлау, яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек бара. Шишмә-Борай ауылы эргәһендәге баҫыуҙа трактор 350 гектар майҙанда тырматыу менән шөғөлләнһә, унан йыраҡ түгел 100 гектарлы ужым баҫыуында карбомид ашламаһы индерелә. Механизаторҙар Рәшит Янов менән Илшат Хәлилов ошо көндәрҙә планлаштырылған эште атҡарып сығырға ниәтләй.

Быйыл хужалыҡ тик элиталы сорттар сәсергә әҙерләнә. 20 тонна бойҙай һәм 15 тонна арпа келәттә ята. Сәсеүгә төшөр өсөн аграрийҙар баҫыуҙың әҙер булыуын ғына көтә.

- Яғыулыҡ-майлау материалдары, орлоҡ етәрлек. Сәскестәр төҙөкләндерелде. Һауа торошо тотороҡланып, көндәрҙең йылытыуын ғына көтәбеҙ, - ти хужалыҡ етәксеһе Фирүзә Хәлилова.

Автор: Гөлназ Хужина.

Фото: Гөлназ Хужина.

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: