Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Май 2022, 13:30

Андрей Назаров: Урал аръяғы - Башҡортостандың нигеҙе

Оҙаҡ йылдар был төбәккә тейешле иғтибар булманы...

Андрей Назаров: Урал аръяғы - Башҡортостандың нигеҙе
Андрей Назаров: Урал аръяғы - Башҡортостандың нигеҙе

Сибай ҡалаһында “Башҡортостан Республикаһының Урал аръяғы үҫеше” темаһына арналған стратегик сессия уҙҙы. Унда 80-дән ашыу  кеше - РФ Финанстар министрлығы вәкилдәре, республика һәм муниципаль орган властары етәкселәре, Башҡортостандың үҫеш институттары, эшлекле берләшмәләре һәм фән ойошмалары ҡатнашты. Сәләмләү телмәре менән БР Премьер-Министры Андрей Назаров сығыш яһаны.

Ул Урал аръяғы үҫеше стратегияһына әҙерлекте тамамлаусы бындай форматтағы сараны уҙғарыуҙың мөһимлеген билдәләне.

“Оҙаҡ йылдар Урал аръяғына тейешле иғтибар булманы. Минең фекеремсә, төбәктә башҡарылған эштәрҙе, республикалағы уртаса кимәлгә етеү йәки унан юғарыраҡ булыу өсөн, йәнләндерер кәрәк. Ни өсөн? Сөнки, Башҡортостан тап ошо биләмәлә барлыҡҡа килгән. Нигеҙе ныҡ йорт ышаныслы була. Урал аръяғы Башҡортостандың нигеҙе булып һанала”, - тине Премьер-министр.

Андрей Назаров был йүнәлештә эш алып барылыуы тураһында бәйән итте: биләмәнең инфраструктураһы яҡшыра, яңы производстволар асыла, Урал аръяғының социаль һәм мәҙәни объекттары төҙөлә һәм ремонтлана.

Шул уҡ ваҡытта проблемалар ҙа етерлек.

“Беренсенән, халыҡтың биләмәнән күсеп китеүе. Күп һөйләргә була, әммә, халыҡ китә икән, тимәк уларҙы нимәлер ҡәнәғәтләндермәй. Беҙҙең бурыс – халыҡтың йәшәү сифатын, социаль инфраструктураны яҡшыртыу, уларҙың күсеп китмәүенә өлгәшеү”, - тине Андрей Назаров.

Ошо маҡсатта БР Премьер-министры Урал аръяғы үҫешенең  төп өс йүнәлешен билдәләне: сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм туризм.

 

“Урал аръяғында сәнәғәт йүнәлешен үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа бар, сөнки бәләкәй генә биләмәлә ете файҙалы ҡаҙылма ятҡылығы иҫәпләнә. Быны дөрөҫ файҙаланып, үҫтерер кәрәк. Икенсе – ауыл хужалығы. Элек-электән, һауа торошо ҡырыҫыраҡ булһа ла, был төбәк халҡы ер эше менән шөғөлләнгән. Халыҡтың 48 проценты ауыл ерендә йәшәй, эшкә яраҡлыларҙың 20 проценты ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәт итә. Өсөнсө йүнәлеш – туризм. Бында тәбиғәт - иҫ киткес күркәм, әммә туристарҙы күберәк йәлеп итеү өсөн инфраструктура тейешле кимәлдә түгел”, - тип билдәләне Андрей Назаров.

БР Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Башҡортостан Башлығы Райдий Хәбировтың Урал аъяғы үҫеше программаһын төҙөргә ҡушыуы тураһында белдерҙе һәм стратегик сессияла ҡатнашыусыларҙы төбәктең киләсәген планлаштырыуҙа, төп эшмәкәрлек йүнәлештәрен билдәләүҙә әүҙем эшләргә саҡырҙы.

Сара барышында ҡатнашыусылар ете командаға бүленеп, “Ауыл хужалығы”, “Сәнәғәт һәм экология”, “Туризм тармағы”, “Экспорт”, “Эшҡыуарлыҡ секторы”, “Инфраструктура” һәм “Социаль өлкә” йүнәлештәре буйынса Урал аръяғы үҫешенең проектын ҡараны һәм ун тәҡдим индерҙе.

Улар араһында “Хәләл Экспресс” логистик үҙәген төҙөү, тау-эшкәртеү кластерын булдырыу, төбәктә гидро-электр станцияһы менән берлектә һыуһаҡлағыс төҙөү проекттары бар. Шулай уҡ, туризм өлкәһендә биш тәҡдим индерелә.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: