Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Май , 09:28

Берәүҙәр кәңәш һорай, икенселәр ярҙамға өмөт итә

Халыҡ дәртләнеп донъя көтә.

Бөгөн ауыл ерендә йәшәгән халыҡ өсөн урындағы үҙидара – төп власть органы. Халыҡтың бар йомошо – улар иңендә. Йомош менән килә, кәңәш һорай, ярҙамға өмөт итә... Төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ауыл биләмәһе башлығы туранан-тура ҡатнаша, шуға күрә күңелендә ҙур яуаплылыҡ тойғоһо йөрөткән кешеләр генә тарта алалыр ул йөктө. Әбйәлил районының Амангилде ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын лайыҡлы тартҡан, ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ Марат ФӘХРИСЛАМОВ менән ҡорған әңгәмәлә һүҙ – ошо төбәктә башҡарылған эштәр, үткән йыл һөҙөмтәләре һәм киләсәккә билдәләнгән бурыстар хаҡында.

– Марат Хәбибрахман улы, ауыл биләмәһе башлыҡтары кәрәкме? Һуңғы ваҡытта был вазифаны бөтөрөү хаҡында ла һүҙҙәр ишетелә...

– Әлбиттә, кәрәк. Мин уларҙы тарҡатмау яғында, сөнки ауыл халҡы күҙ терәп торған берҙән-бер урындағы үҙидара булмай икән, ул киләсәктә ауылдарҙың бөтөүенә, тарҡалыуына юл асасаҡ.

 

– Үҙегеҙ етәкселек иткән ауыл биләмәһе менән таныштырһағыҙ ине.

– Амангилде ауыл биләмәһенә Амангилде, Үтәгән, Ҡаҙмаш, Рыҫҡужа, Әбделғәзе ауылдары инә. Улар сағыштырмаса ҙур, халыҡ һаны буйынса ла районда тәүге урында торабыҙ. Амангилде һәм Рыҫҡужа, Ҡаҙмаш ауылдары янынан Өфө – Белорет – Асҡар – Сибай автомобиль юлы үтә. Был, бер яҡтан, уңайлы булһа, икенсе яҡтан, оло хәүеф тә тыуҙыра. Ауыл халҡының күбеһе вахта ысулы менән Себергә, шулай уҡ күрше Магнитогорск ҡалаһына, район үҙәгенә йөрөп эшләй. Биләмәлә үҙ эшен асҡан эшҡыуарҙар ҙа бихисап. Беҙҙең халыҡ донъя көтөргә дәртле һәм сәмле, йорттарыбыҙ һәр саҡ төҙөк, урамдар матур, күркәм, шуға күрә Амангилде ауылы бынан бер нисә йыл элек “Сәләм” телеканалы үткәргән “Иң матур ауыл” конкурсында ла еңеү яуланы.

 

– Башҡарылған эштәргә кил­гәндә...

– Улар бик күп. Ауырлыҡтар булһа ла, үткән йылды беҙҙең ауыл биләмәһе яҡшы күрһәткестәр менән тамамланы. Бюджеттың килем  планын 134 процентҡа үтәүгә өлгәштек. Физик шәхестәрҙән милеккә һалым үтәлеше – 170, ергә һалым 111 процент тәшкил итте.

Халыҡ иҫәбен алыу, һайлау кампанияларында ла биләмә халҡы ҙур әүҙемлек күрһәтте. Шуныһы ҡыуа­ныслы: һәр ауылдың халҡы берҙәм, дәртле һәм ниндәйҙер эш ҡушып та өлгөрмәйһең, “һә” тигәнсә башҡарып та ҡуя, шуға күрә хәл итәһе мәсьә­ләләр һәр саҡ асыҡтан-асыҡ һөйлә­шелә, ауыл халҡының тәҡдимдәре тыңланыла һәм бергәләп уны хәл итеү юлдары өйрәнелә. Былтыр “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр”программаһы ярҙамында күп кенә эштәр башҡарылды. Мәҫәлән, Рыҫҡужа ауылындағы башланғыс мәктәптең тәҙрәләре, ишектәре алмаштырылды, Ҡаҙмаш урта мәктәбенә бильярд өҫтәле алынды.

Ҡасандыр беҙҙең ауыл биләмә­һендә, анығыраҡ әйткәндә, Ҡаҙмаш ауылында башланып, бөгөн тотош республикала киң таралған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы былтыр Үтәгәндә үтте. Ауылдарҙа төҙөкләндереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған был сараға ярашлы, Үтәгән ауылы танымаҫлыҡ яңы төҫ алды, күркәмләнде һәм  төҙөкләндерелде. Мәҙәниәт йорто биләмәһе тулыһынса яңыртылып, кәртәләп алынды, урамдарға ҡырсынташ түшәлде, ауыл зыяратының кәртәһе яңыртылды, өр-яңы балалар һәм спорт майҙансығы сафҡа инде. “Еңеү аллея”һына ағастар ултыртылды. Был эштәрҙең барыһы ла үтәгәндәрҙең үҙ теләге һәм көсө менән атҡарылды.

Йыл аҙағында район буйынса “Һырғалаҡ” конкурсында еңеү яулаған Ҡаҙмаш халҡына бүләккә бирелгән аҡсаға ауылда яңы балалар майҙансығы төҙөлдө.

 

– Ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади торошо урындағы эшҡы­уарҙарҙың хеҙмәтенә бәйле. Ауылда шәхси эшҡыуарҙарҙың эшмә­кәр­легенә лә туҡталып үтәйек әле...

– Тулыһынса килешәм. Күпселек сараларға улар бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, яҙ һәм көҙ көндәрендә ауылдарҙы төҙөкләндергәндә һәм өмәләр үткәргәндә, урындағы эшҡыуарҙарҙың шәхси техникаһы ярҙамға килә. Амангилделә үҙ аяғында ныҡлы баҫып торған йүнселдәр бик күп. Мәҫәлән, Тимербулат Рәхмәтов, Илһам һәм Айтуған Фәттәховтарҙы билдәләргә мөмкин. Ҡаҙмаш ауылының ҡымыҙы, ҡаҙыһы, ите һәм үлән сәйе күптән инде үҙ һатып алыусыларын тапҡан. Шәхси магазин һәм кафе тотҡан, йәшел­сәселек менән шөғөлләнгән, ағас эшкәрткән, йорт йыһазы етештергән йүнселдәр һәр ауылда етерлек.

 

– Белеүебеҙсә, ауылда йылҡы­сылыҡ менән шөғөлләнгән, шулай уҡ шәхси ихаталарында күпләп йылҡы һәм һыйыр малы тотҡан ғаиләләр күп. Икенсенән, ауыл эргәһенән генә автомобиль юлы үтә. Әле булһа халыҡ һеҙҙең биләмәлә йәштәр вафат булған юл фажиғәһен хәтерләйҙер. Йылҡы малының юлға сығыуы ғәҙәти күренешкә әйләнде, тиһәк тә була. Был тәңгәлдә ниндәй эштәр алып барыла?

– Ысынлап та, аттарҙың юлға сығыуы сәбәпле, күп кенә авариялар булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ҡаҙмаш ауылы янындағы юл-транспорт ваҡиғаһында йәштәрҙең һәләк булыуы күптәрҙе тетрәндерҙе. Мал хужалары йылҡыларына ҡарата бер аҙ иғтибарҙы арттырҙы, әммә малды һәр саҡ ҡарауыллап тороп та булмай. Бигерәк тә Рыҫҡужа ауылы урамынан төп юл үтә, әле Амангилде ауыл биләмәһе аша үткән оло юлда биш видеокүҙәтеү ҡоролмаһы ҡуйыу ҡарала. Уларҙың барыһы ла тиҙлек тәртибен күҙәтеүгә эшләй башлаясаҡ һәм юлдарҙағы аварияларҙың һанын кәметеүгә, водителдәрҙең иғтибарлы булыуына алып килер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

 

– Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, тигәндәй, үҙегеҙгә генә бөтә ауылдарға етәкселек итеү еңелдән түгелдер. Һеҙгә кемдәр ярҙам итә?

– Әлбиттә, миңә ярҙам итеүселәр булмаһа үҙемә генә биш ауылды тулыһынса контролдә тотоу мөмкин булмаҫ ине. Ауыл советына һайланған 10 депутат, ауыл старосталары – Рыҫҡужанан Ирәмән Басиров, Үтәгәндән Илнур Ғайсин, Әбделғәзенән Данил Мөхөтдинов, һәр ауылдың йәмәғәт ойошмалары, мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорттары менән берлектә эшләйбеҙ. Халыҡтың әүҙемлеге, уларҙың һәр эште ихлас ҡабул итеп алыуы ла – эшебеҙҙәге төп уңыштарҙың береһе. Форсаттан файҙаланып, уларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Киләсәктә лә берҙәм эшләргә яҙһын!

 

– Ауыл биләмәһе башлығын ниндәй мәсьәләләр борсой?

– Улар күп инде. Хәл итәһе проб­лемалар ҙа бар. Көтөү, берәҙәк эттәр, сүп-сар, юл мәсьәләләре һәр йыл һайын ғына түгел, хатта ай һайын сығып тора, тиһәм дә, дөрөҫ булыр. Рыҫҡужа ауылы халҡы  бер нисә йыл инде яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөүҙе һорай. Амангилде ауылында өр-яңы заманса балалар майҙансығы төҙөү, һыу торбаларын алмаштырыу, Амангилде, Үтәгән, Рыҫҡужа, Ҡаҙмаш ауылы урамдарына ҡырсынташ түшәү. Әбделғәзе ауылындағы күперҙе төҙөкләндереү мәсьәләһе лә күптән хәл итеүҙе көтә.

Быйыл йәй башында Амангилделә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәреү планлаштырылған. Был тәңгәлдә эште башланыҡ та инде, ауыл халҡы ҡунаҡтар ҡаршыларға әҙерләнер, йорт ихаталарын, ауыл урамдарын төҙөкләндереүҙә әүҙем­лек күрһәтер, тип ышанабыҙ. Шулай уҡ ауыл йылдан-йыл ҙурая, йәштәр ауылда ҡала, йорттар һала. Яңы барлыҡҡа килгән ауыл урамдарын­дағы юлдарҙы төҙөкләндереү, һыу, ут үткәреү кеүек проблемалар ҙа хәл итеүҙе көтә. Иҡтисади яҡтан хәлдәр бер аҙ ауырлашһа ла, ауыл кешеһенең көндәлек тормошо дауам итә, яҙын бар тәбиғәт уянған кеүек, халыҡ та дәртләнеп донъя көтөргә тотона, ә беҙ уларға ҡулдан килгәнсә бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙербеҙ. Власть һәм халыҡ араһындағы бәйләнеште булдырыуҙа ғына түгел, ә урындағы халыҡтың йәшәйешен, социаль инфраструкту­раһын яҡшыртыуға бар яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ.

 

– Марат Хәбибрахман улы, ауыр, яуаплы эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Кәримә УСМАНОВА 

Читайте нас в