Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Май 2022, 22:15

Был яҡшы программа. Ул дауам итәсәк!

Әлеге программа ярҙамында 64 мең йорт хужалығына бушлай газ барып етәсәк.

Был яҡшы программа. Ул дауам итәсәк!
Был яҡшы программа. Ул дауам итәсәк!

Башҡортостанда социаль газ үткәреү программаһы мөмкинлектәре 64 мең йорт хужалығы самаһы тип баһалана. Был турала бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә “Газпром межрегионгаз Уфа” – “Газпром газораспределение Уфа” компанияһының идарасы ойошмаһы генераль директоры Альберт Лоҡманов белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр июндә ил Президенты Владимир Путин йорт участкаһына тиклем газды бушлай үткәреү тураһындағы законға ҡул ҡуйғайны. Алдараҡ был башланғысты ул Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе ваҡытында ла әйткәйне. Газды участкаларға тиклем еткереү программаһының беренсе этабы - 2023, икенсеһе 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән.

Эштәр килгән ғаризаларға ярашлы башҡарыла. Башҡортостанда әле 22 меңдән ашыу ғариза йыйылған да. Улар буйынса махсус план төҙөлгән, унда 1459 тораҡ пункт ингән. Дөйөм оҙонлоғо 3,2 мең километр булған 1,4 мең газ таратыу селтәре объекты төҙөргә кәрәк. Газды 32 мең йорт хужалығына тиклем еткерәсәктәр. Эштәрҙе быйылғы йылдың аҙағына тиклем тамамлаясаҡтар.

Социаль газ үткәреү программаһы сиктәрендә Башҡортостанда 4353 йорт хужалығына тиклем газ үткәрелгән дә. Уларҙың 3888-е газ селтәренә тоташҡан. Ғаризалар ҡабул итеү дауам итә.

Программаны тормошҡа ашырыу өсөн торбалар һәм ҡорамалдарҙың ҙур өлөшө Рәсәйҙә етештерелә. Билдәләнгән пландар ваҡытында тормошҡа ашырылыр тип көтөлә.

Альберт Лоҡманов ер мәсьәләһенә бәйле проблемалар тураһында ла әйтте. Радий Хәбиров июнь башында был тема буйынса айырым кәңәшмә ойошторорға ҡушты.

– Был бик яҡшы программа, ул 64 мең йортҡа газ үткәреү мөмкинлеге бирәсәк. Эштең әленән барғанын күрәм. Хәҙер муниципалитеттарға халыҡ менән әүҙем эшләргә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Фото: angi.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: