Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Май , 21:45

Күрһәткестәрҙе һаҡлар өсөн эшләргә кәрәк

Башҡортостан Башлығы иҡтисад тармағы эшмәкәрлеген юғары баһаланы.

Күрһәткестәрҙе һаҡлар өсөн эшләргә кәрәк
Күрһәткестәрҙе һаҡлар өсөн эшләргә кәрәк

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә йәнә иҡтисади хәл тикшерелде. Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, ғинуар - март айҙары йомғаҡтары буйынса иң ҙур динамиканы электр ҡорамалдары етештереү, сей нефть һәм тәбиғи газ табыу, дарыу сығарыу тармаҡтары күрһәткән.

Ҡайһы бер илдәрҙең санкция баҫымын арттырыу шарттарында республика Хөкүмәте сәнәғәт секторына 1,8 миллиард һумлыҡ ярҙам саралары ҡараған. Мәҫәлән, көрсөккә ҡаршы план сиктәрендә Башҡортостандың сәнәғәтте үҫтереү фонды предприятиеларға кредиттар буйынса процент ставкаһы өлөшөн компенсациялау өсөн 128 миллион һум аҡса алған. Еңел һәм туҡыма сәнәғәте тармағы өсөн быйыл 150 миллион һум субсидия ҡаралған, ул сеймал һәм материал һатып алыуға биреләсәк. Тағы 40 миллион һум урман эшкәртеүселәргә бүленәсәк.

Төбәктә индустриаль парктарҙы үҫтереү дауам итә. Ғәмәлдәге майҙансыҡтарҙа 168 резидент эшләй. Уларҙың проекттарына дөйөм инвестициялар күләме 44 миллиард һумдан ашыу. Шул уҡ ваҡытта 32 мең эш урыны булдырылған.

Рәсәйҙең кластерҙар һәм технопарктар ассоциацияһы менән берлектә Туймазының “Корона” компанияһы нигеҙендә республикала мебель кластеры булдырылды. Уның иҫәбенә әленән 11 предприятие ингән. Ә “Туймазы автобетоновоз заводы” нигеҙендә “Мастер” сәнәғәт технопаркы булдыралар.

– Май аҙағында Башҡортостанда индустриаль кластерҙары үҫтереү мәсьәләләре буйынса Бөтә Рәсәй конференцияһы үткәрергә планлаштырабыҙ, – тине Александр Шельдяев. – Был башланғысты илдең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров хупланы.

Шулай уҡ министр компанияларҙың ҙур инвестиция программалары тураһында һөйләне. Мәҫәлән “УМПО” компанияһы ғәмәлдәге етештереүҙе яңыртыу сиктәрендә 44,6 миллиард һумға инвестиция проектын тормошҡа ашырасаҡ. “Башнефть”, “Газпром нефтехим Салауат”, “Салауатбыяла” һәм башҡа компаниялар ҙа эштәрен дауам итә һәм ҙур инвестициялар һала.

Башҡортостан Башлығы тармаҡ эшмәкәрлеген юғары баһаланы.

– Беҙҙең сәнәғәт 2022 йылдың тәүге кварталында яҡшы үҫеш күрһәтте. Тик беҙ шуны ла яҡшы аңлайбыҙ, санкция баҫымы шарттарында ыңғай динамиканы һаҡлар өсөн бик күп итеп эшләргә кәрәк, – тине ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в