Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Май 2022, 10:30

Күрһәткестәр йәнә ҡыуандыра

Санкция баҫымына ҡарамай, иҡтисадыбыҙ ҡыуандыра. 

Күрһәткестәр йәнә ҡыуандыра
Күрһәткестәр йәнә ҡыуандыра

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҡшы яңылыҡ еткереү менән башланы. Башҡортостандың сәнәғәт етештереүе индексы 2022 йылдың беренсе кварталында 110,1 процент тәшкил иткән. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, иҡтисадтың Көнбайыш илдәре санкциялары баҫымы шарттарында эшләүен иҫәпкә алғанда, был юғары күрһәткес.

Ил буйынса уртаса күрһәткес - 105,9 процент.

Ауыл хужалығы етештереүе индексы өс ай һөҙөмтәһе буйынса 99,1 процент тәшкил иткән. Радий Хәбиров был тармаҡта ла эштәрҙең хөрт бармауын билдәләне һәм аграрийҙар күрһәткестәрҙе арттырыр тигән ышаныс белдерҙе.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: