Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Май 2022, 11:30

Яҙғы сәсеү - бер мәл

Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәре 830 мең гектарҙан ашыу майҙанда атҡарылған

Яҙғы сәсеү - бер мәл
Яҙғы сәсеү - бер мәл

Бөгөнгә 832 мең гектар майҙанда ярауай культуралар сәселгән, был планлаштырылған күләмдең 38 процентын тәшкил итә. Республиканың барлыҡ райондарында ла сәсеү эштәре алып барыла. Һауа торошона бәйле Тәтешле, Ҡалтасы, Асҡын, Краснокама һәм Яңауыл аграрийҙары яңы ғына сәсеүгә төшкән. Был райондарҙа яҙ яҡынса ике аҙнаға һуңлабыраҡ килә.

Шул уҡ ваҡытта 10 районда планлаштырылғандың ярты майҙанын сәскәндәр, ә Мәләүездә эштәр 70 процентҡа тамамланған да инде. Бында сәсеү 57,4 мең гектар майҙанда башҡарыла. Стәрлетамаҡ районында был һан — 48 мең гектар, Илеш районында — 45,7 мең гектар тәшкил итә.

Республикала иген һәм иген культуралары — 565 мең гектар, майлы культуралар — 204 мең гектар, шәкәр сөгөлдөрө — 18 мең гектар майҙанда сәселәсәк.

 

Фото: Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: