Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Май 2022, 23:15

Беҙҙең тәжрибә башҡа төбәктәргә таратыласаҡ

"Инвестиция сәғәте" ултырышында ниндәй мәсьәләләр ҡаралды? 

Беҙҙең тәжрибә башҡа төбәктәргә таратыласаҡ
Беҙҙең тәжрибә башҡа төбәктәргә таратыласаҡ

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Инвестиция сәғәте” ултырышын үткәрҙе. Унда “Рәсәй таянысы” Дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы президенты Александр Калинин да ҡатнашты. Кәңәшмәлә сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тармағындағы яңы проекттарҙы ҡаранылар.

Кооператив рәйесе, фермер хужалығы башлығы Шафоат Хәбибрахманова Бүздәк районында “Алға” хужалығының (“Авилат” агрокомплексына инә) ауыл хужалығы ерҙәре өсөн һуғарыу системаһын төҙөү пландары менән уртаҡлашты.

2025 йылға тиклем инвестор һуғарылған ерҙәр майҙанын 642 гектарға тиклем еткерергә йыйына. Был шәкәр сөгөлдөрөн үҫтергән саҡта һауа шарттарының кире йоғонтоһон кәметәсәк, хужалыҡтың уңышын, татлы тамырҙарҙы республиканың шәкәр заводтарына ташыу күләмен арттырасаҡ. Төҙөлөш, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар алыу өсөн 578 миллион һум йүнәлтергә планлаштыралар. Яңы комплекс эш башлағас, 35 хеҙмәт урыны булдырыласаҡ.

Проект документтары әҙерләнгән һәм ҡорамалдар килтереүгә контракт төҙөлгән.

Һөйләшеү һөҙөмтәһе буйынса республиканың Инвестиция комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статусы һәм һалым ташламалары бирҙе. Кооператив шулай уҡ федераль программа буйынса ла субсидия аласаҡ.

“Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Наил Нурғәлиев умартасылыҡ тауарын тәрән эшкәртеү һәм уның нигеҙендә косметика, һауыҡтырыу саралары сығарыу буйынса инвестиция башланғысын тәҡдим итте. Предприятие 2011 йылдан эшләй һәм 120 төп тәбиғи бал косметикаһын Рәсәй төбәктәренә, сит илдәргә һата, шул иҫәптән маркетплейстар аша ла.

Гранулалы балауыҙ, таблеткаланған прополис, инә һөтә һәм башҡа тауарҙар әҙерләү өсөн инженер инфраструктураһы үткәрелгән етештереү биналары кәрәк. Инвестор Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы менән берлектә Өфө районында яраҡлы майҙан һайлай башлаған да.

Дөйөм инвестициялар күләме - 614 миллион һум. Ярҙам саралары булараҡ проект өҫтөнлөклө статусын һәм һалым ташламалары аласаҡ.

– Интернет-майҙансыҡтар аша клиенттар базаһын йыя алыуығыҙ бик шәп, – тине Радий Хәбиров. – Пандемия осоронда эштең был форматы һөҙөмтәлелеген күрһәтте һәм еңел булмаған шарттарҙа ла үҫеш мөмкинлеге бирә.

Күмертау ҡалаһындағы "Ойлтиммаш” компанияһының етештереүен яңыртыу пландары хаҡында уның генераль директоры Денис Савутин һөйләне. Предприятие “Күмертау” ТОСЭРы резиденты булып тора, “Роснефть”, “Газпром” һәм башҡа компаниялар өсөн цистерналар, нефть табыу һәм резервуар ҡорамалдары етештерә. Ҡеүәттәрҙе яңыртыу өсөн кәрәкле аҡса күләме - 223 миллион һум. Был проектҡа ла өҫтөнлөклө статусы бирелде. Башҡортостандың сәнәғәтте үҫтереү фонды ҡорамалға ташламалы займ алыуҙа булышлыҡ итәсәк.

Ултырыш һөҙөмтәләре буйынса Александр Калинин “Инвестиция сәғәте” форматындағы тематик ултырыштар үткәреүҙе юғары баһаланы.

– Башҡортостан илдең инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыс тәүге биш төбәге рәтенә инә. Был бизнес-йәмәғәтселек менән ентекле эшләү һөҙөмтәһе. Бындай ултырыштар эшҡыуарҙарҙың мөһим мәсьәләләрен хәл итеүгә булышлыҡ ҡыла. Иң мөһиме - республикала яңы проекттарҙы башынан аҙағына тиклем контролдә тоталар, ярҙам күрһәтәләр. Бындай практиканы илдең башҡа төбәктәрендә лә файҙаланырға кәрәк, – тине ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: