Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб ултырышы үткәрҙе. Көн тәртибендә – ҡулланыусылар баҙарындағы, сәнәғәт һәм халыҡ мәшғүллеге тармаҡтарындағы хәл.
Аҙыҡ-түлек тауарҙары менән арзан хаҡҡа тәьмин итеү саралары тураһында һөйләп, вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, республика предприятиелары сеймал менән тәьмин ителгән һәм тотороҡло эшләйҙәр, тине. Йылдың тәүге кварталы йомғаҡтары буйынса, төбәктә аҙыҡ-түлек тауарҙары етештереүе индексы 109,7 процент тәшкил иткән (Рәсәйҙә уртаса – 103,2 процент). Башҡортостанда ит, ит ярымфабрикаттары, үҫемлек һәм аҡ май, һөт, макарондар, икмәк-булка һәм кондитер изделиялары етештереү күләме арта.
Республиканың аҙыҡ-түлек етештереүе тармағына ярҙам программаһы сиктәрендә предприятиелар ҡорамалдар һатып алыуға 50 процентҡа тиклем субсидия ала ала. Был маҡсатта быйыл 50 миллион һум аҡса бүленгән, уның яртыһын тотонғандар ҙа. Шулай уҡ ит һәм һөт эшкәртеү, икмәк бешереү тармаҡтарында ташламалы кредиттар биреүҙе күҙ уңында тотҡан федераль программалар ҙа эшләй башлаған.
Радий Хәбиров 2022 йыл йомғаҡтары буйынса аҙыҡ-түлек тауарҙары етештереү күләмен үҫтерергә кәрәк тине. Был көнбайыш илдәре яғынан дауам иткән санкция баҫымы шарттарында айырыуса мөһим.
Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Азат Асҡаров белдереүенсә, министрлыҡ белгестәре төп тауар төркөмдәре буйынса хаҡтар барлыҡҡа килеүе буйынса көндәлек мониторинг алып бара. Исемлектә 52 аҙыҡ-түлек һәм 19 аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауар, шул иҫәптән төҙөлөш материалдары ла. Иғтибар үҙәгендә – 520 магазин һәм баҙар.
– Хаҡтарҙың һәм ихтыяждың тотороҡланыуын күрәбеҙ, – тине Азат Асҡаров. – Ә Урта Азия илдәренән уңыш килә башлауы төп тауарҙарға хаҡтарҙың төшөүенә килтерә.
Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхматуллин белдереүенсә, медицина һәм дарыухана ойошмаларында кәрәкле дарыуҙар запасы булдырылған. Улар төҙөлгән контракттарға ярашлы килә, министрлыҡ аҙна һайын уларҙың үтәлешен контролдә тота. Ауырлыҡтар булһа, шунда уҡ тейешле ҡарарҙар ҡабул ителә.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, хеҙмәт баҙарында хәл тотороҡло, тине. Йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса Халыҡ-ара хеҙмәтте ойоштороу методологияһы буйынса эшһеҙлектең рекордлы түбән кимәле теркәлгән. Ул – 3,6 процент, уртаса ил буйынса 4,2 процент. Министрлыҡ белгестәре даими рәүештә республика предприятиеларындағы хәлде тикшереп тора.
Санкциялар шарттарында эш биреүсенең ауырлыҡтары тыуыуы ихтималлығын аңлап, министрлыҡ Рәсәй Хөкүмәтенә мөрәжәғәт иткән һәм хеҙмәт баҙарына ярҙам итер өсөн ике федераль транш алған да. Уның дөйөм суммаһы – ике миллиард һум, уларҙың 188 миллион һумы эшһеҙҙәрҙе уҡытыу һәм яңынан әҙерләүгә йүнәлтеләсәк.
Артабан ултырышта Башҡортостан Башлығы йөкләмәләрен үтәү барышы ҡаралды. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, баш ҡалала үҙ дача участкалары һәм шәхси хужалыҡтарында үҫтерелгән баҡса тауарҙары менән ваҡытлыса һатыу итер өсөн 32 майҙансыҡта 682 урын булдырылған, тине.
Был эш республиканың башҡа ҡалаларында ла бара. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһында алты яңы майҙансыҡ әҙерләнгән.
– Беҙ был эште башлап ҡына торабыҙ. Әлегә баҡсасыларҙың үҙ тауары күп түгел икәнлеге аңлашыла – тоҙланған әйберҙәре һәм ҡайнатмалары ғына ҡалған, ә беренсе йәшел үләндәр саҡ сыға. Шуға күрә әле тиҙ генә улар өсөн шарттар булдырыр кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Ул баҡсасыларға ярҙам йөҙөнән баҡсаларға алып барған юлдарҙы рәтләргә һәм электр менән тәьмин итеүҙе ойошторорға ҡушты.
Ленара Иванова ауылда йәшәгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итеү саралары тураһында һөйләне.
– Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән кешеләргә ярҙам итеү программаһы – социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам итеү эшләй. Унда эш эҙләгән кешеләр ҡатнаша. Улар ай һайын өҫтәмә 10 мең һум алыу мөмкинлегенә эйә. Үҙ эшен асырға планлаштырғандар бер тапҡыр 250 мең һум ала. 2021 йылдан шәхси хужалығын үҫтерергә теләгәндәргә 100 мең һумға тиклем аҡса бүләбеҙ. Был аҡсаға ауыл кешеһе, ғәҙәттә, һыйыр йәки башҡа мал ала, ярлылыҡтан сыға. Һуңғы ҡарарҙы йәшәгән урыны буйынса муниципалитеттағы комиссия ҡабул итә, – тине ул.
Йыл һайын республикала ошондай биш мең контракт төҙөйҙәр. Быйыл был маҡсатҡа бюджеттан 580 миллион һум бүленгән.
Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов республиканың Хәл-торош үҙәге эшмәкәрлеген яңынан үҙгәртеү тураһында һөйләне.
– “Ҡыҙыу линия” белгестәре 218-19-19 телефоны буйынса хәҙер санкция шарттарында дәүләт ярҙамы саралары тураһында ҡыҙыҡһынған эшҡыуарҙарҙан да шылтыратыу ҡабул итә. 3 марттан 11 майға тиклем үҙәккә 656 эшҡыуар мөрәжәғәт итте. Иң күбе күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу тармағында эшләгән бизнесмендарҙан шылтыратыуҙар килде. Беҙҙең экспреттар колл-үҙәк операторҙарына методик ярҙам күрһәтә, – тине ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.