Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Май 2022, 22:00

Умартасылар ниҙәр тәҡдим итә?

Иглин районында башҡорт бал ҡортон һаҡлау юлдары тураһында һөйләштеләр.

Умартасылар ниҙәр тәҡдим итә?
Умартасылар ниҙәр тәҡдим итә?

Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында "Айыҡ ауыл" конкурсына ярашлы ауыл хужалығы етештереүселәре, йәмәғәт һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, дәүләт власы органдары, ғилми берләшмә вәкилдәре ҡатнашлығында Умартасыларҙың республика семинар-кәңәшмәһе үтте.

Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов, "Башҡортостанда умартасылыҡ продукттарын һаҡлау һәм пропагандалау буйынса төбәк-ара үҙәк" йәмғиәте директоры Марат Хәсәнов, "Башҡортостан умартасылары" ойошмаһы рәйесе Игорь Вавилов, Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова һәм башҡалар ҡатнашты.

Семинар-кәңәшмәнең тап был ауылда үткәрелеүе юҡҡа түгел. Иглин районының Ләмәҙ ауыл Советы йүкәле урмандар араһында ултыра һәм бал сифаты менән дан тота, умартасылыҡ — урындағы халыҡтың төп һәм быуындан быуынға күсеп килгән шөғөлө.

Мәктәп янындағы майҙанда урындағы умартасыларҙың продукцияһынан күргәҙмәгә ойошторолғайны. Илдәге иң сифатлы балдан ауыҙ итеп ҡарау форсаты һәр кемгә тейҙе.

Сара концерт һәм республиканың иң яҡшы умартасыларын бүләкләү тантанаһы менән асылды. Бынан һуң семинарҙа ҡатнашыусылар умартасылыҡтың көнүҙәк проблемаларын тикшереү өсөн “түңәрәк өҫтәл”дәргә таралды. Тармаҡтың үҫеше, баҙар шарттарына яраҡлашыу, АпиМир форумына әҙерлек – ошо һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде.

Умартасылар үҙҙәре лә мөһим проблеманы күтәрҙе: Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан башҡа тоҡомло бал ҡорто индереү башҡорт бал ҡортоноң тоҡомона йоғонто яһай, ауырыуҙар таралыуына сәбәп булып тора. Бынан тыш, әлеге күренеш бал сифатының түбәнәйеүенә килтерә.

Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, был мәсьәләне дәүләт менән умартасылар бер көс булып сығыш яһағанда ғына хәл итеп буласаҡ. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт бал ҡорто көнөн билдәләү башланғысы тураһында хәтергә төшөрҙө. Тәҡдим төбәктең брендтарының береһен популярлаштырыуға, һаҡлауға йүнәлтелгән һәм Башҡортостан Башлығына ҡарауға ебәрелгән дә инде.

Семинарҙа ҡатнашыусылар Рәшит Аҙнабаевтың умарталарын барып ҡараны. Ул йәмғеһе 700 умарта тота, былтыр 24 тонна бал алған. Ләмәҙ мәктәбе уҡыусыларына умартасылыҡ серҙәрен дә өйрәтә. Балалар бындағы дәрестәргә бик теләп йөрөй.

Семинар йомғаҡтары буйынса республикала умартасылыҡтың артабанғы үҫеше тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.

Тулы репортажды гәзиттең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.

Автор фотолары.

Умартасылар ниҙәр тәҡдим итә?
Умартасылар ниҙәр тәҡдим итә?
Умартасылар ниҙәр тәҡдим итә?
Умартасылар ниҙәр тәҡдим итә?
Умартасылар ниҙәр тәҡдим итә?
Умартасылар ниҙәр тәҡдим итә?
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: