Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Май 2022, 22:30

Андрей НАЗАРОВ: “Эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле алымдарын уйлап таптыҡ”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры “Рәсәй таянысы” президентының эш сәфәре тураһында үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

Андрей НАЗАРОВ: “Эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле алымдарын уйлап таптыҡ”
Андрей НАЗАРОВ: “Эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле алымдарын уйлап таптыҡ”

"Иҡтисад тотороҡло хәлдә булғанда, ниҙер көйләргә кәрәкмәй. Әммә өҫтәмә ҡыйынлыҡтар килеп тыуғас — хәҙерге кеүек, тышҡы санкцияларға бәйле — дәүләт органдары ярҙам сараларын мөмкин тиклем күберәк ҡулланырға кәрәклеген аңлай.

Хәҙер беҙҙең системаны яңынан тергеҙә, аяҡҡа баҫтыра алған тарихи осор. Был эшҡыуарлыҡҡа ҡарашты системалы рәүештә үҙгәртергә мөмкинлек бирәсәк. Быларҙың барыһын да республикабыҙға эш сәфәре менән килгән “Рәсәй таянысы” ойошмаһы президенты Александр Калинин менән осрашыуҙа барланыҡ.

Ул эшҡыуарҙарҙы донъянан ситләшмәҫкә саҡырҙы һәм Башҡортостанға Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте нығытыу йәһәтенән ярҙам итергә тәҡдим итте. Был илдә иҡтисадыбыҙҙы нығытыу өсөн вәкиллек асырға ниәтләйбеҙ. Республиканың бизнес-омбудсмены Флүр Әсәҙуллин Башҡортостандың Ҡытайҙағы сауҙа вәкиле буласаҡ. Әле барлыҡ кәрәкле документтар әҙерләнә.

Әлеге ауыр шарттарҙа эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү өсөн 55 миллиард һумға баһаланған көрсөккә ҡаршы саралар пакетын ҡабул иттек. Был документты әҙерләүҙә "Рәсәй таянысы"  төбәк ойошмаһы вәкилдәре лә әүҙем ҡатнашты. Уртаҡ эшебеҙ һөҙөмтәһендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бизнесҡа ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле ҡоралдарын эшләүгә өлгәштек. Улар араһында һалым ташламалары, дәүләт милкен ҡуртымға алыу буйынса ставкаларҙы кәметеү, ҡуртымға алыу механизмы һәм башҡа саралар бар", – тип яҙа Андрей Назаров.

 

Фото Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

 

Андрей НАЗАРОВ: “Эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле алымдарын уйлап таптыҡ”
Андрей НАЗАРОВ: “Эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле алымдарын уйлап таптыҡ”
Андрей НАЗАРОВ: “Эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле алымдарын уйлап таптыҡ”
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: