Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Май , 19:55

Бураҙнаға сифатлы орлоҡ һалына

Учалы районында яҙғы сәсеү эштәре дауам итә. Хужалыҡтарҙың мөһим кампанияға әҙерлеге менән танышыу, орлоҡтарҙың торошон тикшереү маҡсатында Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Айҙар Хәмәтшин Учалы районында булды.

Эш сәфәре Учалы элеваторынан башланды. Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ мәҡәле, шуға ла төп иғтибар орлоҡтар торошона йүнәлтелде. Учалы элеваторы өҫтөнлөклө төбәк инвестиция проекты иҫәбенә инә, бөгөнгө көндә предприятие етәкселеге орлоҡсолоҡ хужалығы булдырыу ниәте менән яна. Бында 25 келәт иҫәпләнә, уларҙа кондициялы иген һәм май культуралары орлоҡтары һаҡлана. Бында сифатлы орлоҡ алыу, сорттарҙы яңыртыу һәм алмаштырыу өҫтөндә даими эш алып барыла, үҙҙәренең лабораториялары, орлоҡтарҙы таҙартыу һәм киптереү комплекстары бар. Күптән түгел хужалыҡ орлоҡтарҙы төҫө, ҙурлығы, күләме буйынса айырыу өсөн фотосепаратор ҙа ҡайтартҡан. Рәсәйҙә етештерелгән был ҡоролма иген культураларын тәүлегенә 20 тоннаға, ә майлы культураларҙы 10 тоннаға тиклем эшкәртә ала.

– Киләсәктә кондитер өлкәһе өсөн етен етештерергә һәм республиканың ғына түгел, күрше өлкәләрҙең дә аграрийҙарын сифатлы орлоҡ менән тәьмин итергә планлаштырабыҙ, – ти “Учалы элеваторы” йәмғиәтенең генераль директоры Антон Жигалов.

Хужалыҡ быйыл сәсеү майҙандарын ике тапҡырға арттырырға ниәтләй, техника яҙғы баҫыу эштәренә әҙер.

– Яҙғы баҫыу эштәрен мең гектар ерҙә башҡарып,  рапс, етен, арпа, бойҙай сәсергә ниәтләйбеҙ. Былтыр үҙебеҙ әҙерләгән орлоҡтар бар, һатып та алдыҡ. Ашлама ла етерлек тупланған, – тип хужалыҡ эшмәкәрлеге менән таныштырҙы  элеватор етәксеһе.

Айҙар Хәмәтшин “Байрамғол” агрофирмаһында ла булды. Хужалыҡта сәсеү эштәре дүрт мең гектарҙан ашыу майҙанда башҡарыласаҡ. Шуның мең ярым гектарын – иген культуралары, ҡалғандарын мал аҙығы өсөн төрлө техник һәм бер йыллыҡ культуралар тәшкил итәсәк.

Ә район буйынса быйыл баҫыу эштәрен 26 мең гектарҙа атҡарыу бурысы тора, был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 1400 гектарға күберәк. Ҡалдау ерҙәрҙе эшкәртеп,  “Учалы элеваторы”, “Зауралье Агро” МТС-ы, “Байрамғол” агрофирмаһы майҙандарын киңәйтәсәк.

Яҙғы сәсеү эштәре лә былтырғыға ҡарағанда күберәк майҙан биләп, 18 мең гектарҙан ашыу ерҙә башҡарыласаҡ. Дәүләт тарафынан аграрийҙарға элиталы орлоҡ, ашламалар һатып алыу өсөн субсидиялар ҙа ҡаралған.

– 10800 гектар ерҙә – иген культуралары, һигеҙ мең гектарҙа мал аҙығы үҫтерергә планлаштырабыҙ. Иген культураларынан – бойҙай, арпа, һоло, ҡарабойҙай, мал аҙығы культураларынан бер йыллыҡ үләндәргә һәм кукурузға өҫтөнлөк бирәсәкбеҙ, – тип пландары менән уртаҡлашты Учалы районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Айҙар Заһиров.

Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе эш сәфәренән ҡәнәғәт ҡалды.

– Урал арты райондары өсөн орлоҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡ асыу – бөгөнгө көн талабы. Ошо маҡсатта Учалы элеваторының технологик базаһы менән танышып, йәмғиәттә  ошо бурысты тормошҡа ашырыу өсөн бөтә шарттар барлығына инандыҡ, – тине Айҙар Мәснәүи улы. 

 

Римма СОЛТАНОВА.

Учалы районы.

Читайте нас в