Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Май 2022, 16:15

Өфөгә хәҙер ҡар ҡурҡыныс түгел

Баш ҡалабыҙ 32 берәмек техника алды.

Өфөгә хәҙер ҡар ҡурҡыныс түгел
Өфөгә хәҙер ҡар ҡурҡыныс түгел

Бөгөн Өфөлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә сираттағы муниципаль ҡорамалдар тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Техника асҡыстарын муниципаль предприятиелар директорҙарына баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев тапшырҙы.

Был юлы 23 «Беларусь 82,1» МТЗ-һы, һигеҙ УKM-2500м вакуумлы һепергес ҡорамалы һәм ике щеткалы һигеҙ трактор тапшырылды.

– Бөгөн беҙҙең автопарк бик яҡшы эш ҡорамалдары менән тулыландырылды. Апрель айында беҙгә "АМКОДОР" белорус заводының ун бер фронталь йөк тейәгес машинаһы тапшырылды, әлеге ваҡытта завод менән баш ҡалабыҙҙа производствоны локалләштереү, ҡорамалдарҙы хеҙмәтләндереү үҙәген булдырыу йәһәтенән әүҙем һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Һуңғы аҙналарҙа ҡала урамдарында үҙ бурыстарын үтәгән тағы ла һигеҙ берәмек машина алдыҡ.

Ҡыш туғыҙ ҡар таҙартыу машинаһы алғайныҡ. Тағы ла 32 берәмек — йөк тейәгестәр тиҙҙән килеп етәсәк. Предприятие етәкселәренән һәм водителдәрҙән техника тураһында хәстәрлек күреүҙәрен, уның торошон күҙәтеүҙәрен һәм ваҡытында хеҙмәтләндереүҙәрен һорайым. Район етәкселәренә өҫтәмә яуаплылыҡ йөкмәтелә, тип әйткем килә, — тине Ратмир Мәүлиев үҙ сығышында.

«Беларусь 82.1» тракторы — универсаль машина: ауыл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, төҙөлөштә эшләү өсөн тәғәйенләнгән. Төрлө миҙгел һәм һауа торошонда ҡулланырға була, өҫтәмә йыһаздар алғанда, алмаштырғыһыҙ ярҙамсы.

«Кургандормаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етештергән УKM-2500м —заманса эшләнгән машина. Юғары етештереүсәнлек, күп яҡлылыҡ, маневр яһау һәләте менән айырылып тора. Үҙйөрөшлө транспорт сараһы йәйәүлеләр, парк майҙандарын һәм башҡа тар юлдарҙы йыл әйләнәһенә һөҙөмтәле таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән.

Мәғлүмәт һәм фото Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынды.

Өфөгә хәҙер ҡар ҡурҡыныс түгел
Өфөгә хәҙер ҡар ҡурҡыныс түгел
Өфөгә хәҙер ҡар ҡурҡыныс түгел
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: