“Быйыл беҙ 13 объектты сафҡа индерәбеҙ. Улар араһында ҙур инфраструктура объекттары бар, мәҫәлән, Өфөләге Зинин ауылы янындағы транспорт айырсаһы һәм Ағиҙел йылғаһы аша аркалы иҫке күпер.
2022 йылға планда Баймаҡ районында – Һаҡмар, Бәләбәйҙә – Өҫән, Белорет районында – Инйәр һәм Йөйәк, Благоварҙа – Бедринка, Ҡариҙелдә – Байҡы, Шишмәлә – Балышлы, Шаранда – Таш-шишмә, Саҡмағошта Ҡалмаш йылғалары аша булған ҡоролмалар ремонтланасаҡ.
Шулай уҡ быйыл ҙур объекттарҙан Талбазы – Красноусол юлындағы Ағиҙел йылғаһы аша, М5 автомобиль юлындағы Оло Тәләк янындағы Эҫем йылғаһы аша күперҙәр төҙөкләндерелә башланы. Улар 2023-2024 йылдарҙа сафҡа инәсәк.
Проблемалы участккалар күп әле. Уларҙы эҙмә-эҙлекле хәл итәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәрҙә.
Фото: https://vk.com/radiyhabirov?w=wall413272232_801464