Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Май 2022, 21:20

Транспорт хәрәкәте ваҡытлыса туҡтатыла

Был М-5 трассаһында алып барылған реконструкция эштәре менән бәйле. 

Транспорт хәрәкәте ваҡытлыса туҡтатыла
Транспорт хәрәкәте ваҡытлыса туҡтатыла

Башҡортостанда М-5 трассаһының бер өлөшөндә транспорт хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә. Аныҡлап әйткәндә: 2022 йылдың 16 майынан 21-енә тиклем автомобиль юлының 1300+000 – 1312+000-се километрҙарында реконструкция эштәре алып барылыу сәбәпле, ошо участканың 1311+000-се километрында 5.00-5.30 һәм 6.00-6.30 сәғәттәрҙә (урындағы ваҡыт менән) бөтә төр транспорт өсөн хәрәкәт туҡтатыла. Тап ошо мәлдә трасса аша һалынған юл үткәргестең таяуҙарын монтажлау эше башҡарыласаҡ.

Ауырлығы 3,5 тоннанан артмаған автомобилдәр өсөн урап үтеү юлы буласаҡ: https://yandex.ru/maps/?um=constructor%3Ac61e91c6ba09c3d7eca405eef57411367ef03e99f17dff2854a508f5efb86205&source=constructorLink.

Сығанаҡ һәм фото: ФКУ Упрдор "Приуралье".

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: