Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Май 2022, 13:00

Баймаҡта – дүртенсе инвестһабантуй

"Быға хәтлемге өс сарала 57 килешеү төҙөлдө, шуның 33-сө инвестиция йүнәлешендә, дөйөм хаҡы – 113 миллиард тирәһе, яҡынса алты мең кешегә эш урыны булдырылды".

Баймаҡта – дүртенсе инвестһабантуй
Баймаҡта – дүртенсе инвестһабантуй

13 майҙа Мәскәү ҡалаһында “Урал аръяғы-2022” Бөтә Рәсәй инвестһабантуйы программа комитетының кәңәшмәһе булды. Ул Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр үтәсәк ошо сараға бағышланды. Быйыл Башҡортостан 2 июндә хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ҡаршы аласаҡ, сара 4 июндә Баймаҡ районында ҙур һабантуй менән тамамлана.

Кәңәшмәне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров асты. Андрей Ганнадьевич әйтеүенсә, санкцияға бәйле халыҡ-ара партнерҙарҙың ҡатнашыуы ҡатмарлаша, уның ҡарауы, был сарала ҡатнашырға Ҡаҙағстан, Беларусь Республикаһы һәм Төркиә теләк белдергән. Инвестһабантуйҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур.

"Форум Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр үтә, – тине Андрей Назаров. – Быйыл сара киң масштабта ойоштораласаҡ. Был майҙан ҙурыраҡ һөҙөмтәлелеге менән айырылып торасаҡ. Быға хәтлемге өс сарала 57 килешеү төҙөлдө, шуның 33-сө инвестиция йүнәлешендә, дөйөм хаҡы – 113 миллиард тирәһе, яҡынса алты мең кешегә эш урыны булдырылды. Дөйөм алғанда, Бөтә Рәсәй сараһы бөтә ҡатнашыусылар өсөн дә әһәмиәтле. Форумда ҡабул ителгән мәсьәләләр федераль ведомстволарҙа тормошҡа ашырыла, сөнки “Урал аръяғы” көрсөккә ҡаршы үҫеш йәһәтенән яҡшы тәжрибә уртаҡлашыу урыны.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Ильдар Акьюлов
Читайте нас: