Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Май 2022, 16:30

Инвестһабантуй ҙур мөмкинлектәр аса

Был сарала ҡатнашырға Төркиә, Ҡаҙағстан, Беларусь Республикаһы һәм Италия теләк белдерҙе.

Инвестһабантуй ҙур мөмкинлектәр аса
Инвестһабантуй ҙур мөмкинлектәр аса

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Бәйләнештә” социаль селтәрендә түбәндәгеләр хаҡында хәбәр иткән.

"Мәскәү ҡалаһында “Урал аръяғы-2022” Бөтә Рәсәй инвестһабантуйы программа комитетының ултырышын үткәрҙек, – тигән Андрей Геннадьевич. – Быйыл һабантуйҙы 2 июндән 4 июнгә хәтлем үткәрәсәкбеҙ. Ситтән бихисап ҡунаҡ көтәбеҙ. Бөгөн был сарала ҡатнашырға Төркиә, Ҡаҙағстан, Беларусь Республикаһы һәм Италия теләк белдерҙе. Федераль вәкилдәр менән эшлекле һөйләшеүҙәр булды, хеҙмәттәшлек тураһында фекер алыштыҡ".

Андрей Назаров билдәләүенсә, Көньяҡ Уралда энергия ҡытлығын хәл итеү өсөн ҡояш подстанциялары төҙөләсәк. Был проект “ХК Электрозавод” – АФК “СИСТЕМА” комплексы менән бергә тормошҡа ашырыласаҡ. “ХК Электрозавод” – АФК “СИСТЕМА” комплексының генераль директоры Дмитрий Шараватов үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан.

"Шулай уҡ инвестһабантуйҙа Башҡортостанда Евразия иҡтисад үҙәген төҙөү мәсьәләһен тикшерәсәкбеҙ, – тип яҙған Андрей Назаров. – Комплекслы инвестиция проектын тормошҡа ашырыу төбәктәрҙе берләштереүгә килтерәсәк. Ул инвестиция йәлеп итеүгә булышлыҡ ҡыласаҡ".

Фото: А. Назаровтың сәхифәһе.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: