Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Май 2022, 10:30

Республикаға "АМКОДОР" килә

Ул ике инвестиция проектын тормошҡа ашырасаҡ.

Республикаға "АМКОДОР" килә
Республикаға "АМКОДОР" килә
Беларусь Республикаһының "АМКОДОР" холдингы республика биләмәһендә 1,15 миллиард һумлыҡ ике инвестиция проектын тормошҡа ашырырға ниәтләй. Республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған "Инвестиция сәғәте" ултырышында ошо хаҡта һүҙ барҙы.
Билдәле булыуынса, 2021 йылдың декабрендә Башҡортостан Башлығы Минскиға эш сәфәре барышында "АМКОДОР" холдингы майҙансығында булып, уның менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.
АМКОДОР" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең инвестиция эшмәкәрлеге буйынса директоры Анастасия Воронкова әйтеүенсә, тәүге проект игенде эшкәртеү өсөн ауыл хужалығы ҡорамалдарын сығарыу буйынса завод төҙөүҙе күҙ уңында тота.
Яңы производство "Өфө" индустриаль паркында уның резиденттары өсөн һалынған преференциялар биреүҙе күҙ уңында тота. Эш күләме 1 050 миллион һумға баһалана. Завод асылғандан һуң унда 200-ҙән ашыу белгес эшләйәсәк. Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды проектты тормошҡа ашырыу өсөн льготалы займ алыуға булышлыҡ итәсәк.
Икенсе башланғыс - Өфөнөң Октябрь районында төрлө техниканы хеҙмәтләндереү буйынса сервис үҙәге булдырыу. Был башланғысты тормошҡа ашырыуға 100 миллион һум йүнәлтелә. Был тағы 25 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Проектҡа ярҙам итеү саралары сифатында һалым ташламалары һәм өҫтөнлөклө статусы бирелде. Өфө ҡалаһы хакимиәте ер участкаһын рәсмиләштереүҙә булышлыҡ итә. Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә яңы производстволар менән тәьмин итеү мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: