Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров телеграм-каналында яҙыуынса, улар бүтәнсә кемдер барлыҡҡа килтергән ҡағиҙәләрҙе үтәмәйәсәк, улар артынан бармаясаҡ, ә үҙҙәре талаптар ҡуясаҡ, бынан ары бөтәһе лә беҙҙең ресурстар өсөн һум менән түләйәсәк.
"Беҙгә дуҫ булмаған илдәр газ өсөн һумдарҙа түләһен өсөн Владимир Путин 23 мартта бойороҡ бирҙе, – тине Андрей Геннадьевич. – Был – Евросоюздың Рәсәйгә ҡаршы эшләнгән санкцияларына яуап. Әгәр хәлдәр киреһенсә икән, газ биреүҙе туҡтатабыҙ, тип әйтте Президент. Евросоюз илдәре дәррәү евро менән түләргә иткәйнеләр. Уның ҡарауы, ике тиҫтә Европа компанияһы "Газпромбанк"та иҫәптәрен асты, улар газ өсөн һумдар менән түләйәсәк".
Андрей Назаров ҙыуынса, Мәскәү биржаһында доллар курсы 63 һумдан төшкән, ә евро 65 һумдан арзаныраҡ булған. Рәсәйҙә капитал хәрәкәте өсөн контроль 2022 йылда һумды донъяла иң яҡшы валютаға әйләндергән.
Фото: deloros.ru