Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Май 2022, 22:30

Кире "Москвич"та йөрөй башлаясаҡбыҙ

Ул ниндәй буласаҡ?

Кире "Москвич"та йөрөй башлаясаҡбыҙ
Кире "Москвич"та йөрөй башлаясаҡбыҙ

Мәскәү мэры Сергей Собянин хәбәр итеүенсә, “Renault” хужаһы Мәскәүҙәге заводты ябыу тураһында ҡарар ҡабул иткән.  Хәҙер унда “Москвич” тарихи бренды аҫтында  автомобилдәр сығара башлаясаҡтар.

"Һуңғы ваҡытта беҙҙең автомобиль сәнәғәте сит ил компаниялары менән берлектә һәм сит ил брендтары иҫәбенә йәшәп килде. Хәҙер нимәнелер үҙаллы эшләү, тергеҙеү өсөн йылдар талап ителәсәк. Бөгөн ашығыс нимәлер эшләү, тишектәрҙе ямау файҙаһыҙ", – ти Рәсәйҙең автомобилселәр хәрәкәте рәйесе Виктор Похмелкин.

Әммә ул киләсәктә заводтың ихтыяж булған һәм файҙаланыуға яраҡлы тауар етештерә аласағын да инҡар итмәй. Етмәһә, бөгөнгө хәлдә һатып алыусы илебеҙҙең етештереүсеһенә ғәмәлдәге мөмкинлек бирә ала.

"Тәү сиратта автомобиль сифатлы, хәүефһеҙ булырға тейеш. Седан, хэтчбек, кроссовер – һәр береһенең үҙ һатып алыусыһы бар. Иң мөһиме - сифатҡа өҫтөнлөк бирелһен һәм ныҡ ҡиммәт булмаһын. Әгәр ҙә ошо ике талап үтәлһә, әлбиттә, һатып алыусы табыласаҡ", – тип иҫәпләй Рәсәйҙең автомобилселәр хәрәкәте рәйесе.

“Москвич” брендының үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, ул седан төрөндәге автомобиль булыр, тип иҫәпләй эксперт. Әммә компания икенсе төрҙәрен дә етештереп ҡарарға теләйәсәк.

Мәғлүм булыуынса, Францияның “Renault” автомобилдәр төркөмөнөң Рәсәйҙәге барлыҡ активтары дәүләт иҫәбенә күсә: “АвтоВАЗ”дағы өлөшө – “НАМИ” ғилми үҙәгенә, “Рено Россия” Мәскәүҙә ҡала.

– “Renault” төркөмөнөң өлөшөн дәүләткә тапшырыу “АвтоВАЗ”дың идара итеүен һаҡлау һәм санциялар сикләүе шарттарында предприятиеның эшләүен дауам итеү мөмкинлеген бирә, – ти Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров.

Фото: smart-lab.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в