Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Май 2022, 15:00

Насар һауа шарттарына ҡарамайҙар

Республикала ҡайһы райондар алда бара? 

Насар һауа шарттарына ҡарамайҙар
Насар һауа шарттарына ҡарамайҙар

Яҙғы сәсеү эштәре тураһында Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне.

Бөгөнгә ҡарата Башҡортостандың ауыл хужалығы эшсәндәре планлаштырылған дөйөм майҙандың 66 процентында яҙғы сәсеү эштәрен тамамлаған. Шул иҫәптән 34 районда эштәрҙең яртыһы бөткән. Был Урал алдының далалы һәм көньяҡтың урман-далалы зона хужалыҡтары. Шул уҡ ваҡытта Ҡырмыҫҡалы районы (89 процент), Стәрлетамаҡ (88 процент), Илеш (88 процент), Ауырғазы (86 процент) һәм Әлшәй (85 процент) райондары эштәрҙе 85 проценттан күберәк өлөштә тамамлаған.

Илшат Фәзрахманов, һауа шарттары ҡатмарлы булһа ла, эштәр планға ярашлы бара, тине.

– Әле ауыл хужалығы эшсәндәре баҫыуҙарҙа дым ҡаплатыу эшен тамамланы, уның дөйөм майҙаны 1 миллион 185 мең гектар. Ужым культураларын туҡландырыу майҙандарҙың 92,3 процентында башҡарылған. Хужалыҡтар ужым, яҙғы культураларҙы һәм шәкәр сөгөлдөрөн тәрбиәләү эштәрен дә башланы. Дөйөм алғанда, 50 мең гектар майҙанда химик утау үткәрелгән, - тине вице-премьер.

Бер ни тиклем сикләүҙәр булыуына ҡарамаҫтан, республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре әүҙем рәүештә яңы техника һатып алыуҙы дауам итә.

– Ағымдағы йылдың дүрт айында ер эшсәндәре дөйөм суммаһы 3 миллиард 436 миллион һумлыҡ мең берәмек ауыл хужалығы техникаһын һатып алған. Был - яҡынса былтырғы йыл кимәле. Йыл башынан алып 127 трактор, 33 иген йыйыу комбайны, 420 самаһы тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналары, башҡа төр техника алынған. Иң күбе Ауырғазы, Әлшәй, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә районы хужалыҡтары техника алған. Иң әҙе – Белорет, Хәйбулла, Асҡын райондары. Һатып алынған техника һаны буйынса беренсе урындарҙа Ауырғазы (82 берәмек) һәм Дәүләкән (53 берәмек) райондары тора, – тине ул.

Техника паркын яңыртыуҙың иң һөҙөмтәле юлы – “Росагролизинг”тың ташламалы программалары. Йыл башынан уның менән 1,6 миллиард һумлыҡ килешеү төҙөлгән. Республикаға 1208 берәмек яңы техника килгән.

Иң ҙур күрһәткестәр Илеш һәм Көйөргәҙе райондарында. Артта ҡалғандар – Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы, Ҡалтасы райондары. 14 район иһә “Росагролизинг”тың ташламалы программаларында бөтөнләй ҡатнашмай.

Ауыл хужалығы предприятиелары коммерцияға ҡараған лизинг компаниялары менән дә әүҙем эшләй. Был юл менән йыл башынан 315 миллион һумлыҡ техника алынған.

Фото: Ауыл хужалығы министрлығы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: