Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Май 2022, 13:30

Һөйөнсө: бер миллион квадрат метр!

Артабан да был күрһәткестәрҙе төшөрмәҫкә тигән йөкләмә бирелде. 

Һөйөнсө: бер миллион квадрат метр!
Һөйөнсө: бер миллион квадрат метр!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә яҡшы яңылыҡ еткерҙе. Республикала ағымдағы йылдың тәүге дүрт айында бер миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған. Был үткән йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда 10,8 процентҡа күберәк.

– Үткән йыл торлаҡ төҙөү буйынса бик юғары күрһәткескә эйә булғайныҡ, әлегә быйыл да хәлдәр яҡшы, әммә булған йылдамлыҡты юғалтмаҫҡа тырышайыҡ. Төҙөлөш туҡталмаһын, дауам итһен өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнһен. Был бик мөһим, – тине Радий Хәбиров.

Дөйөм алғанда, план буйынса быйыл файҙаланыуға 2,343 миллион квадарт метр торлаҡ тапшырылырыға тейеш. Йыл аҙағында 110,9 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ.

Фото: stroikyufy.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: