Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Май 2022, 15:00

Яҡшы кәйеф менән алға барабыҙ

Тиҙерәк йүгерә, уйлай, эшләйбеҙ икән, иҡтисадыбыҙға аҡса киләсәк тигән фекерҙә Радий Хәбиров. 

Яҡшы кәйеф менән алға барабыҙ
Яҡшы кәйеф менән алға барабыҙ

Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә тағы бер матур һандар тураһында хәбәр итте. Быйыл ғинуар-апрель айҙарында Башҡортостан иҡтисадына йәмғеһе 70 миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән. Үткән йылдың беренсе кварталы менән сағыштырғанда үҫеш 124,9 процент тәшкил иткән.

– Был уҙған йылға ҡарата 25 процент самаһы плюс менән барабыҙ тигән һүҙ. Күрһәткес бик юғары. Иҡтисадыбыҙға 70 миллиард һум килде, бик яҡшы, – тине ул.

Радий Фәрит улы фекеренсә, әле ыңғырашып ултыра торған ваҡыт түгел.

– Киреһенсә, үҙенсәлекле мөмкинлектәр ваҡыты. Тиҙерәк йүгерә, уйлай, эшләйбеҙ икән, иҡтисадыбыҙға аҡса киләсәк. Шуға күрә проблемаларға иғтибар итмәйбеҙ. Инвесторҙар менән артабан да ышаныслы эшләргә кәрәк. Был ғына түгел, беҙ 24 февралдән һуң да сит ил инвесторҙары менән осраштыҡ, улар үҙ проекттарын туҡтатмай, эшләргә йыйына. Шулай булғас, ошо яҡшы кәйеф менән алға барабыҙ, – тине республика етәксеһе.

Фото: ufa.rbc.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: