Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Май 2022, 22:15

Юлдар сифатлы буласаҡ

Башҡортостанда юлдарҙы төҙөү һәм ремонтлау өсөн 2022 йылда 31,3 миллиард һум аҡса йүнәлтәсәктәр.

Юлдар сифатлы буласаҡ
Юлдар сифатлы буласаҡ

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә быйыл Башҡортостанда юлдар төҙөү һәм ремонтлау темаһына һөйләшеү булды. Был маҡсатҡа 2022 йылда 31,3 миллиард һум аҡса йүнәлтәсәктәр.

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдереүенсә, юлдарҙы төҙөү, төҙөкләндереүгә 15 миллиард 65 миллион һум аҡса бүленгән, уларҙың 4 миллиард 131 миллион һумы – федераль бюджеттан.

Был аҡсаға 76,6 километр автомобиль юлдары, шулай уҡ һигеҙ күпер һәм юл айырсаһы төҙөргә, төҙөкләндерергә йыйыналар. Мәҫәлән, 2022 йыл аҙағына тиклем Ҡариҙел, Дыуан райондарында 60 километр оҙонлоғондағы Бөрө – Тастүбә – Һатҡы юлын һәм Өфөлә Зәки Вәлиди урамында транспорт сиселешен төҙөп бөтәсәктәр. Бынан тыш, баш ҡалала Зинин ҡасабаһы янында юл айырсаһы һәм Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү дауам итә.

"Быйыл инфраструктура бюджет кредиттары иҫәбенә “Өфөнөң Көньяҡ ҡапҡаһы” проекты сиктәрендә урамдарҙы төҙөкләндерә башлайбыҙ. Был - Пугачев урамы реконструкцияһы һәм Генерал Рыленко урамының яңы участкаһына сыҡҡан транспорт айырсаһы төҙөү", – тине министр.

Быйыл юл селтәрен ремонтлауға 8 миллиард 148,5 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 1 миллиард 876 миллион һум. Был аҡсаға 285 километр төбәк һәм 219 километр урындағы юлдар ремонтланасаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ремонт эштәрен башлау алдынан халыҡҡа был турала хәбәр итергә, урап үтеү юлдарын күрһәтеп мәғлүмәт бирергә ҡушты.

Башҡортостан биләмәһе аша үткән федераль әһәмиәттәге трассаларҙы төҙөү һәм төҙөкләндереү тураһында “Урал алды” автомобиль юлдары федераль идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Әсғәт Хәйруллин һөйләне. Яңы объекттар төҙөү һәм булғандарын тәртиптә тотоу өсөн 24 миллиард һум аҡса һалынасаҡ.

Башҡортостанда тормошҡа ашырылған ҙур инфраструктура проекты – тиҙлекле Мәскәү – Ҡазан М-12 трассаһын төҙөү. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса уны Екатеринбургҡа тиклем оҙайттылар. Республика участкаһы оҙонлоғо 140 километр тәшкил итәсәк. Белгестәр юлды проектлау эшен тамамлаған һәм яҡын арала документтарҙы дәүләт экспертизаһына ебәрәсәктәр.

Быйыл М-5 “Урал” трассаһының 11 километрлыҡ яңы участкаһын файҙаланыуға тапшырасаҡтар. Федераль идаралыҡ шулай уҡ М-7 “Волга” трассаһының Кушнаренко районындағы 19 километр оҙонлоғондағы участкаһын киңәйтеү, уны беренсе категорияға еткереүҙе планлаштыра.

Өфө – Ырымбур автомобиль юлының Стәрлетамаҡты урап үткән дүрт һыҙатлы участкаһы проектланып бөткән. Капиталь ремонтты 2024 йыл аҙағына тиклем башҡарырға планлаштыралар.

Бынан тыш, быйыл 1 авгусҡа Өфөнән Стәрлетамаҡҡа тиклемге юл участкаһында электр яҡтыртыу системаһын тоташтырып бөтәсәктәр.

– Беҙ ҙур инфраструктура проекттарының графикка ярашлы үтәлеүен күрәбеҙ. М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тулыһынса тәртипкә килтерергә, шул иҫәптән сифатлы юл тамғаһы һыҙырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: