Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Май 2022, 21:15

Бәйләнеште һәм хеҙмәттәшлекте үҫтерәбеҙ

Былтыр республикаларыбыҙ араһындағы сауҙа әйләнеше 113 миллион долларға еткән.

Бәйләнеште һәм хеҙмәттәшлекте үҫтерәбеҙ
Бәйләнеште һәм хеҙмәттәшлекте үҫтерәбеҙ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостандың Ҡарағалпаҡстан Республикаһы менән сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар бәйләнештәрҙе киңәйтергә ниәтләүе тураһында яҙҙы.

“Башҡортостандың Ҡарағалпаҡстан Республикаһы менән сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар бәйләнештәрен нығытабыҙ, шулай уҡ сәнәғәттә, ауыл хужалығында, туризмда, мәҙәниәттә һәм мәғарифта хеҙмәттәшлекте киңәйтәбеҙ.

Әйткәндәй, былтыр илебеҙ Үзбәкстан өсөн ҙур сауҙа партнеры булды. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан ошо республика менән тышҡы сауҙа структураһында төп төбәктәрҙең береһен тәшкил итә. Былтыр республикаларыбыҙ араһындағы сауҙа әйләнеше 113 миллион доллар булған. Был 2017 һәм 2018 йылдарҙағы менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек күберәк”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.

Башҡортостан менән Ҡарағалпаҡстан хеҙмәттәшлек итергә килеште. Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров һәм Ҡарағалпаҡстан Министрҙар советы рәйесе Ҡахраман Сариев төбәк-ара хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәре тураһындағы протоколға ҡул ҡуйҙы.

Фото: видеонан скриншот.

Сығанаҡ: vk.com/wall555400080_583

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в