Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Май , 15:45

Делегациябыҙ Үзбәкстанда эшен дауам итә

Сәфәр барышында 200 миллион долларлыҡ инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйыу күҙаллана.

Делегациябыҙ Үзбәкстанда эшен дауам итә
Делегациябыҙ Үзбәкстанда эшен дауам итә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика делегацияһының Үзбәкстанға сәфәре тураһында яҙып сыҡты.

“Делегациябыҙ Үзбәкстанда эшен дауам итә. Ул халыҡ-ара майҙанда, Беларусь, Ҡаҙағстан, Төркиә һәм башҡа илдәр менән бер рәттән, республикабыҙҙың төп партнерҙарыбыҙҙың береһе.

Бөгөн Үзбәкстандың ҙур төбәге – Ҡарағалпаҡстанға сәфәр йомғаҡтары буйынса протоколға ҡул ҡуйҙыҡ.

Республикаларыбыҙҙың уртаҡ яҡтары күп, берлектәге эш өсөн мөмкинлектәр киң. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереү, текстиль өлкәһендә тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә ниәтләйбеҙ. Беҙҙә еңел сәнәғәт үҫешкән, ләкин үҙебеҙҙең сеймал юҡ – ошо йүнәлештә үҙ-ара эш итмәксебеҙ. Вуз-ара, гуманитар, мәҙәни мөнәсәбәттәрҙе үҫтерәбеҙ. Бик күп ҡыҙыҡлы картиналар, шул иҫәптән беҙҙең Александр Бурзянцевтың да эштәре ҡуйылған Игорь Савицкий исемендәге музей яҡты тәьҫорат ҡалдырҙы. Республикабыҙҙа ошо музей коллекцияһы күргәҙмәһе Башҡортостан халҡына ҡыҙыҡлы булыр ине.

Ҡарағалпаҡстан етәкселеге менән даими эш төркөмөн ойошторорға ҡарар иттек. Ул хеҙмәттәшлектең юл картаһын төҙөргә тейеш. Артабан уның буйынса эшләйәсәкбеҙ.

Үзбәкстанға сәфәр барышында бөтәһе 200 миллион долларлыҡ инвестиция һәм ниәттәр килешеүҙәренә ҡул ҡуйыуҙы күҙаллайбыҙ. Мәҙәниәт, мәғариф, туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү йәһәтенән пландар бар. Ошо турала әкренләп һөйләрмен”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/wall413272232_804692

Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_804692

 

Делегациябыҙ Үзбәкстанда эшен дауам итә
Делегациябыҙ Үзбәкстанда эшен дауам итә
Делегациябыҙ Үзбәкстанда эшен дауам итә
Делегациябыҙ Үзбәкстанда эшен дауам итә
Делегациябыҙ Үзбәкстанда эшен дауам итә
Делегациябыҙ Үзбәкстанда эшен дауам итә
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в